

Кушнаренко районының Ҡанлы ауылында оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн 40 урынлыҡ пансионат асыласаҡ. Унда 19 яңы эш урыны барлыҡҡа килә, төҙөлөш 20 миллион һумға төшәсәк.
Был мәсьәлә бөгөн үтә көнүҙәк, сөнки пансионаттарға мохтажлыҡ арта. Әммә был иҡтисади баҙарҙа эшҡыуарҙарға табыш алыу еңел түгел, сөнки сығым күп, төҙөлөш ваҡыты оҙаҡ.
Дәүләт тәҡдим иткән ҡағиҙәләр сығымдың бер өлөшөн ҡаҙнанан ҡаплау мөмкинлеге бирә. Пансионат дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлек нигеҙендә һалына һәм уны төҙөүҙә “Доверие-Кушнаренково” коммерцияға ҡарамаған ойошма ҡатнаша. Палаталарҙа тулы уңайлылыҡ һәм аҙ хәрәкәтләнгән граждандар өсөн хеҙмәтләндереүҙең бөтә төрҙәрен дә булдырыу ҡаралған.
Фото: tamadainfo.ru