Социаль мәсьәлә
31 Август 2022, 10:15

“Беҙҙең кеүек йәшәгеҙ!”

Илле йыл буйы бер ҡыйыҡ аҫтында шатлыҡ һәм ауырлыҡтарҙы бүлешеп йәшәгән, бөгөн дә үҙҙәрен яҡындарына, йәмғиәткә кәрәкле тойған Яҡуповтарҙы оло ғүмер байрамы менән ҡотларға Ғафури районының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре килде...

“Беҙҙең кеүек  йәшәгеҙ!”“Беҙҙең кеүек  йәшәгеҙ!”
“Беҙҙең кеүек йәшәгеҙ!”

1972 йылдың 26 авгусында сәстәрен сәскә бәйләгән Зилә һәм Өлфәр  Яҡуповтар 50 йыллыҡ тормош юбилейын билдәләне.

Бөгөн улар икеһе лә атҡаҙанған хеҙмәт ветерандары, тырышлыҡтары республика, федераль кимәлдә юғары баһаланған. Ҡыҙ һәм улдарын тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғандар. Хәҙер инде улар өс ейәнгә олатай-өләсәй булып, бәхетле ғүмер кисерә.

Яҡуповтар Салауат ҡалаһында оҙаҡ йылдар йәшәгән. Зилә Абдулла ҡыҙы психоневрология дауаханаһында мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы булып эшләй. Ғаилә башлығы Өлфәр Исхаҡ улы Себер тарафтарында нефть һәм газ сәнәғәтендә хеҙмәт итә.

Юбилярҙар бөгөн Красноусол ҡасабаһында үҙ йорттарында йәшәй. Бына тигән егәрле баҡсасылар улар. Йорттары сәскәгә күмелгән. Илле йыл буйы бер ҡыйыҡ аҫтында шатлыҡ һәм ауырлыҡтарҙы бүлешеп йәшәгән, хеҙмәттә һынатмаған, бөгөн дә үҙҙәрен яҡындарына, йәмғиәткә кәрәкле тойған Яҡуповтарҙы оло ғүмер байрамы менән ҡотларға Ғафури районының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре килде. Бәхетле парҙарға Башҡортостан Башлығының  ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ла ситтә ҡалманы, улар Яҡуповтарҙы ысын күңелдән оло байрамдары менән ҡотлап, иң матур теләктәрен еткерҙе.

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

“Беҙҙең кеүек  йәшәгеҙ!”
“Беҙҙең кеүек йәшәгеҙ!”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас