Социаль мәсьәлә
2 Сентябрь 2022, 05:01

“Гранттар алыуҙа юл ярыусы булдыҡ”

“Бөтәһе лә үҙебеҙҙекеләр” эшкә тотондо.

Тәтешле районы хакимиәте.Тәтешле районы хакимиәте.
Фото:Тәтешле районы хакимиәте.

Июль айында Тәтешле районында “Бөтәһе лә үҙебеҙҙекеләр” социаль проекттарға ярҙам итеү һәм тормошҡа ашырыу ресурс үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма асылды. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, Ресурс үҙәге коммерцияға ҡарамаған сектор менән әүҙем гражданлыҡ башланғыстарын берләштергән майҙан буласаҡ. Райондың  коммерцияға ҡарамаған ойошмалары үҫеше өсөн яңы офоҡтар асылырына өмөт бар, сөнки  Үҙәктең төп эшмәкәрлеге социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәр күрһәтеүгә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, ирекмәнлек хәрәкәтенә, тәҡдимдәре булған граждандарға ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.

Бөгөн теркәлеү үтмәгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән ойоштороу һәм консультация биреү эштәре бара, идеяларҙы финанс менән нығытыуға арналған саралар үткәрелә. Проекттар менән гранттарҙа ҡатнашыу тәү ҡарамаҡҡа ят, аңлайышһыҙ, ауыр кеүек тойолһа ла, Тәтешленең “Бөтәһе лә үҙебеҙҙекеләр” ҡыҙҙары был эштең нескәлектәрен төшөнөргә өлгөргән инде.

 

“Һеҙҙә үлән дә йәшелерәк, һауа ла сафыраҡ...”

 

Үрге Тәтешлеләге Балалар ижады үҙәге  директоры Илһөйәр Илһам ҡыҙы Ноғома­нова, Ҡазанда дәүләт педагогия-гуманитар институтын тамамлағандан һуң, күрше республикала хеҙмәт юлын башлай. Тормошҡа сыға, тик кейәү кеше кәләшен Тәтешле тарафтарына ҡайтырға өгөтләй.

– “Һеҙҙә үлән дә йәшелерәк, һауа ла сафыраҡ, Илһөйәр! Әйҙә Башҡортостанға ҡайтайыҡ” тип теләк белдергәс, мин дә ҡаршы төшмәнем. Тәтешлене бик яратам мин. Тәүҙә “Ғаилә” үҙәгендә эшләнем, аҙаҡ Балалар ижады үҙәгендә кескәйҙәр менән шөғөлләнә башланым. Дүрт йүнәлештә – художестволы эстетика, тирә-яҡты өйрәнеү һәм туризм, техник һәм спорт йүнәлеш­тәрендә илһамланып, дәртләнеп эшләйбеҙ. 

Барыһы ла шулай ҡәҙимгесә генә барыр ҙа ине, моғайын, әгәр көтөлмәгән коронавирус пандемияһы ябырылмаһа... 2020 йылда халыҡ өйҙә генә ултырырға, кеше менән аралашмаҫҡа күнекте. Күңелһеҙ, шомло дәүер булып иҫтә ҡалды был осор. Ә артабанғы йылдың Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеүе “аҡ тап”тарҙы бөтөрөү өсөн ҡулайлы мәл яҡынлашыуын иҫкәртте. Пенсияға сығыу менән кеше сәләмәтлеген хәстәрләргә, буш ваҡытын йөкмәткелерәк үткәрергә тырыша. Оло йәштәгеләр аралашыуға, фекерҙәре менән уртаҡлашыуға һыуһай, бәйләнештәр кәмей. Беҙ быны айырыуса эпидемиологик хәл ҡырҡыулашҡан осорҙа үҙебеҙҙең Тәтешлелә лә йыш күҙәттек. Йыл башында халыҡ араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу үткәреү һөҙөмтәһендә ҡайһы берәүҙәрҙең скандинавса йөрөү  буйынса дөрөҫ техникаға өйрәнергә теләүен белдек. Шулай итеп, башыбыҙҙа “Бергәләп атлайбыҙ” проектын тормошҡа ашырыу уйы бөрөләнде. Урамдарҙа таяҡ йәки ағас штакетник тотоп, сәләмәтлектәрен хәстәрләргә тырышҡан кешеләрҙе күргән бар ине былай, тик үҙебеҙ ҙә уның техникаһын яҡшылап белмәй инек. Элек тренер булып эшләгән халыҡ-ара класлы спорт мастеры Насибулла Хәбибулла улы Хөснуллинды осратҡас, тәҡдимем менән мөрәжәғәт иттем. Ағай һис һүҙһеҙ ризалашты, әлбиттә, тик бына матди базаһы, махсус таяҡтары, күкрәксендәре лә кәрәк икән... Тәүҙә егермешәр кешенән торған ике төркөм тупланыҡ. “Һеҙҙән башҡа ла скандинавса йөрөй беләбеҙ” тигәндәр тәүге күнекмәләрҙә ныҡ ҡына арыны. Аҙаҡ аңлашылмаған хаталар төҙәтелде, ололар яңы килгәндәрҙе үҙҙәре өйрәтә, сәләмәтлектәрендәге ыңғай үҙгәрештәр менән уртаҡлаша башланы. Кемдеңдер ҡан баҫымы тотороҡланған, остеохондрозы үткән, йылдар буйы яфалаған баш ауыртыуы юҡҡа сыҡҡан... Ҡырҡ пенсионер араһынан 13 кеше ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булды. Беҙҙә “үлән генә йәшелерәк түгел” икән, ололар ҙа “йәшерәк, дәртлерәк, сәмлерәк”, күрәһең, – тип йылмая Илһөйәр.

 

“Өсөбөҙ ҙә бер уйлы, бер төптән...”

 

Шулай итеп, икеләнеп кенә башлаған “Бергә атлайбыҙ” проекты 2020 йылда Президент гранттары фонды  конкурсында еңеп сыға, 258 363 һум аҡса алыуға өлгәшәләр. Был матди ярҙам базаны нығытырға, ике төркөмдә шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ярҙам итә.

Тәтешле районында 22 меңгә яҡын кеше йәшәй, 55 йәштән 65 йәшкә тиклемгеләр – 2 238. Скандинавса йөрөү менән шөғөл­ләнергә теләгәндәр байтаҡ, тик өйрәткән белгестәр кәрәк. Башҡа ауылдарҙа йәшәгән пенсионерҙар ҙа проект менән ҡыҙыҡһына, фекерҙәштәр төркөмө булдырыу уйы менән яна. Шулай итеп, проектты дауам итеү ихтыяжы тыуа. 2021 йылда Аҡсәйет, Шулған һәм Әрибаш ауылдарында үткәрелгән һорау алыуҙа ҡатнашҡан өлкәндәр ҙә уны хуплай. Уны асыу тантанаһы уйын-көлкө, йыр-моң, күмәкләп сәй эсеүҙәр, оҫталыҡ дәрестәре менән үтә. Конкурста еңеп сығып, 265 678 һумлыҡ грантҡа эйә булалар. Быйыл уны тормошҡа ашырыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған.

– Был проект өлкән кешеләрҙе тупларға, фекерҙәштәр табырға ярҙам итте. Хәҙер улар бергәләп сәскә, ҡабаҡ үҫтерә, ҡунаҡҡа йөрөшә, бассейнға бара. Тағы ла ҡыҙыҡлы, файҙалы яңы проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ, уйланабыҙ. Бөгөн – гранттар дәүере, социаль проекттар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн ҡулайлы мәл, – ти Илһөйәр Ноғоманова. – Ижадташтарым, проекттар өҫтөндә баш ватҡан, өҙлөкһөҙ уйланған хеҙмәттәштәрем Гүзәл Илдар ҡыҙы Әхмәтдиноваға һәм Альбина Хәлил ҡыҙы Һөйөндөковаға ҙур рәхмәт әйткем килә. Уларҙың икеһе лә район хакимиәтендә эшләй, яҡташтарының тормошон тағы ла йөкмәткелерәк, күңеллерәк, сағыуыраҡ итеү өсөн бөтә фантазияһын, булмышын һала. Проектты әҙерләү барышында беҙ бер төптән булдыҡ, бер-бере­беҙҙе дәртләндереп, ҡанатландырып, ярҙам итешеп йәшәнек. Улар менән тауҙай бурыс­тарҙы ла атҡарып була. Беҙ тағы ла бер федераль грантҡа өмөт итеп, үҙенсәлекле, социаль әһәмиәтле проект өҫтөндә эш башланыҡ, тик әлегә сер булып ҡалһын...

- Динә АРЫҪЛАНОВА
Тәтешле районы

Читайте нас