Социаль мәсьәлә
2 Сентябрь 2022, 11:15

Кемдәргә бушлай социаль ярҙам күрһәтелә?

Депутаттар хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын бушлай социаль хеҙмәтләндереү тураһындағы закон проектын тәҡдим иткән.

Кемдәргә бушлай социаль ярҙам күрһәтелә?Кемдәргә бушлай социаль ярҙам күрһәтелә?
Кемдәргә бушлай социаль ярҙам күрһәтелә?

Партияның генераль советы секретары Андрей Турчак хәбәр итеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” был хоҡуҡты шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, унда ҡатнашыусыларға, Ленинград блокадаһында, ҡамауҙағы Севастополдә йәшәүселәргә һәм башҡа льготаға эйә булыусыларға тәҡдим итә.

Әйткәндәй, хәҙер бушлай социаль хеҙмәтләндереү бәлиғ булмағандарға, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм хәрби милләт-ара низағтарҙа зыян күргәндәргә, шулай уҡ мөрәжәғәт иткән көнгә Рәсәйҙең аныҡ төбәгендәге йәнгә уртаса килеменең сик дәүмәле артмаған граждандарға күрһәтелә.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә, Андрей Турчак хәбәр итеүенсә, социаль хеҙмәткәрҙәр хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына һәм ветерандарға бушлай килә. Аҙыҡ-түлек килтерәләр, йыйыштырырға, ремонт яһарға, башҡа көнкүреш һәм юридик мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәләр. Закон проекты был төбәк практикаһын дөйөм федераль ҡағиҙәгә әйләндерәсәк. Һәм тағы бер комплекслы социаль яҡлау системаһы өлөшө - махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәр.

“Республиканың ветерандар йәмәғәтселеге был закон проектын тулыһынса ҡеүәтләй. Әгәр ул барлыҡ мотлаҡ стадияларҙы үтһә һәм ҡабул ителһә, һиҙелерлек ярҙам буласаҡ. Уның булышлығында ҡайһы бер проблемалар хәл ителәсәк һәм, һис шикһеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, унда ҡатнашыусылар ғына түгел, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр, шул иҫәптән махсус хәрби операция инвалидтарының тормошон һиҙелерлек яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк”, - тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Һуғыш, хеҙмәт, Хәрби Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (хаҡлы ялдағылар) ймәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Шәрипов.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас