Социаль мәсьәлә
6 Сентябрь 2022, 13:30

“Асыҡ бала табыу йорто” концепцияһы раҫланды

Саралар комплексын тормошҡа ашырыу буйынса ведомство-ара эшлекле төркөм етәксеһе Диана Фәрәхова быға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

“Асыҡ бала табыу йорто” концепцияһы раҫланды“Асыҡ бала табыу йорто” концепцияһы раҫланды
“Асыҡ бала табыу йорто” концепцияһы раҫланды

“Башҡортостан Республикаһының асыҡ бала табыу йорто һәм хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” проекты тураһындағы мәғлүмәт республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталына ҡуйылды.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Асыҡ бала табыу йорто” саралар комплексын тормошҡа ашырыу буйынса ведомство-ара эшлекле төркөм етәксеһе Диана Фәрәхова республикала дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән бындай проекттың Рәсәйҙә ошондай берҙән-бер ошондай проект булыуы хаҡында әйтте.

Концепцияның маҡсаты – йөклө ҡатындарға хеҙмәт күрһәтеү йәһәтенән юғары кимәлгә эйә медицина ойошмаларын күрһәтеү һәм бындай статусҡа эйә булмаған ошондай ойошмаларҙы ҡеүәтләү.

"Хәҙер Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республикалағы медицина ойошмаларына “Башҡортостан Республикаһының хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм асыҡ бала табыу йорто” исемен ҡушыу буйынса комиссияны ойоштороу буйынса күрһәтмә бирергә һәм комиссия составын раҫларға тейеш", - тип белдерҙе Дина Фәрәхова.

Фото: yamamin.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас