

Баш ҡалалағы 3-сө балалар табыу йортонда бик матур йола бара - барлыҡ сабыйҙарын тап ошонда тапҡан әсәләргә “Бала табыу йортона тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшыралар. Был юлы үҙенсәлекле наградаға Регина Кәлимуллина менән Марина Сатволдиева лайыҡ булды. Икеһе лә күп балалы әсә.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, миҙалдарҙы йәйге байрамда – арбуз байрамында – үткәргәндәр. Был көндө бала табыу йортона Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Ольга Панчихина һәм “Башҡортостан Республикаһы әсәләре” ижтимағи ойошмаһы рәйесе Диана Фәрәхова ла килгән.
Әйткәндәй, 1964 йылдан, бала табыу йорто эшләй башлағандан алып, табиптар дүрт миллиондан ашыу сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән.
Беҙ “Бала табыу йортона тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған әсәләрҙе ҡотлайбыҙ! Уларға һәм ғаиләләренә именлек, сәләмәтлек, бәхет теләйбеҙ! Балалары ҡыуандырып ҡына торһон!
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.