Социаль мәсьәлә
6 Сентябрь 2022, 15:29

Үтәү срогы – 1 сентябрь

Күп балалы ғаиләләр өсөн үҙгәрештәр.

Күптән түгел ил Президенты Владимир Путин быйыл Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумы кәңәшмәһе һөҙөмтәләре буйынса күрһәтмәләр исемлеген раҫланы.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Советы Президиумында граждандарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре ҡаралғайны. Сара барышында Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов  өсөнсө йәки артабанғы бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы сараларын оҙайтыу тураһында һорағайны. Уның фекеренсә, күп балалы ғаиләләр өсөн льготаны һаҡлау, тағы алты процентлы ташламалы ғаилә ипотекаһын оҙайтыу тап күп балалы ғаиләләр өсөн яҡшы.

Үрҙә әйтелгән исемлектә өсөнсө балаһы булған йәки артабанғы балаһы 2023 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ғаиләләргә 450 мең һумға тиклем күләмендә ипотека торлаҡ кредиты (займы) буйынса дәүләт ярҙамын оҙайтыу тураһында ла күрһәтмә бар. Был бойороҡто үтәү срогы – 2022  йылдың 1 сентябре, ә яуаплы башҡарыусыһы тип Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе  Михаил Мишустин ҡуйылған.

Быға тиклем Рәсәйҙең Берҙәм төҙөүселәр ресурсы порталы (ЕРЗ.РФ) Рәсәй Дәүләт Думаһына “Балалы ғаиләләргә ипотека торлаҡ кредиты (займы) буйынса бурысты ҡаплау йәһәтенән дәүләт ярҙамы тураһында”ғы федераль закон проектының тапшырылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Был документ ҡабул ителһә, ипотека торлаҡ кредиты (займы) буйынса бурысты тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк. Әммә бер шарт бар: күсемһеҙ милектәге өлөштө рәсмиләштергәндә ул әсәйҙең йәки атайҙың йәки уларҙың дөйөм генә түгел, шулай уҡ уларҙың балаларының да милке булырға тейеш, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас