

Рәсәйҙә онлайн-рекрутинг (эш урындары һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү) буйынса иң ҙур платформа булған “HeadHunter” күптән түгел Башҡортостандың хеҙмәт баҙарындағы кәйефтең тотороҡлолоғона бәйле тикшеренеү үткәрҙе.
Асыҡланыуынса, быйылғы өсөнсө квартал мәғлүмәттәренән күренеүенсә, күптән түгел яңы эш урыны тапҡандарҙың 77 проценты үҙен ышаныслы тоя һәм эштән ебәрерҙәр тип ҡурҡмай. Икенсе квартал йомғаҡтары буйынса ундайҙар 70 процент ине. Эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡмағандар өлөшө буйынса беҙҙең республика, Кемерово һәм Ростов өлкәләренән ҡала, илдә өсөнсө урынды биләй.
Эшкә урынлашҡандарҙың кәйефе һөнәргә лә бәйле. Иң ҡурҡҡандары – персоналға идара итеүҙә, сауҙала һәм транспорт предприятиеларында хеҙмәт итеүселәр. Киреһенсә, яңы эштә үҙен ышаныслы тойғандарға табиптарҙы, хәүефһеҙлеккә һәм туризмға, ҡунаҡхана һәм ресторан менән бәйле булғандарҙы индерергә мөмкин.
Фото: yandex.ru.