Социаль мәсьәлә
7 Сентябрь 2022, 09:45

Иң яҡшы ихата ҡайҙа? Ә иң яҡшы йорт?

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Иң яҡшы йорт. Иң яҡшы ихата” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр асыҡланды

Иң яҡшы ихата ҡайҙа? Ә иң яҡшы йорт?Иң яҡшы ихата ҡайҙа? Ә иң яҡшы йорт?
Иң яҡшы ихата ҡайҙа? Ә иң яҡшы йорт?

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Иң яҡшы йорт. Иң яҡшы ихата” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр асыҡланды. Башҡортостан ҡайһы урында тип уйлайһығыҙ?

Был конкурста ҡатнашыуға илдең 82 төбәгенән биш меңдән ашыу  заявка килгән. Еңеүселәрҙе эксперттарҙың баһаларына һәм халыҡ тауыш биреүенә ҡарап билдәләнеләр. Халыҡтың тауыш биреүендә 127  меңдән ашыу респондент ҡатнашҡан икән.

Конкурстың төп маҡсаты – торлаҡ әүҙемселәренең иң яҡшы эштәрен йыйыу һәм башҡаларға таратыу.  Был эштәр тураһында интернетта күп яҙмалар булдырыу маҡсат итеп ҡуйыла, улар капиталь ремонт, ихата һәм подъездарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ милекселәренең эшмәкәрлеге һәм башҡа темалар буйынса буласаҡ.

“Башҡортостан заявкалар һаны буйынса икенсе урынды алды һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалыша. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән әүҙемселәр “Күп фатирлы йорт советының иң яҡшы эшмәкәрлеге”, “Торлаҡ милекселәренең иң яҡшы эшмәкәрлеге”,  “Иң татыу йорт”, “Иң яҡшы башҡарылған капиталь ремонт”, “Иң яҡшы подъезд”, “Иң яҡшы ихата” номинацияларына заявкалар ебәрҙе”, – ти Рәсәй Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаев.

Конкурста иң әүҙем ҡатнашҡандарға Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетының рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Фото: bashkortostan.er.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас