Социаль мәсьәлә
7 Сентябрь 2022, 06:30

Ҡышҡа әҙерлекте депутаттар тикшерә

Өфө ҡалаһының күп фатирлы йорттарын ҡарап йөрөгәндән һуң Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары уларҙың ҡышҡа әҙерлегенә баһа бирҙе

Ҡышҡа әҙерлекте депутаттар тикшерәҠышҡа әҙерлекте депутаттар тикшерә
Ҡышҡа әҙерлекте депутаттар тикшерә

Өфө ҡалаһының күп фатирлы йорттарын ҡарап йөрөгәндән һуң Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары уларҙың ҡышҡа әҙерлегенә баһа бирҙе.

Депутаттар менән бергә был рейдта ҡала хакимиәте, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре лә ҡатнашты. Комиссия баш ҡаланың Юрий Гагарин, Степан Кувыкин һәм Минһажев урамдарындағы йорттарҙы ҡараны.

Өфө ҡышҡы миҙгелгә ғәҙәттәгесә әүҙем әҙерләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: тышҡы һауа температураһы биш көн рәттән уртаса плюс һигеҙ градустан түбәнәйгән осраҡта күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай. Әммә республиканың баш ҡалаһында һуңғы йылдарҙа, һыуыҡтар кинәт башланыу сәбәпле, йылытыу миҙгеле иртәрәк башлана. Ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары теләһә ниндәй хәлгә лә әҙер булырға тейешле.

“Рейд күрһәтеүенсә, һуңғы ике-өс йыл менән сғыштырғанда, хәл байтаҡҡа яҡшырған. Баш ҡаланың бөтә йорттары ла йылытыу миҙгеленә әҙер тип әйтергә мөмкин”, – тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың  Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе Николай Хорошилов.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас