

Тормош тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылғандар – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар йәки етемдәр бар. Улар бала саҡта дәүләт тарафынан ярҙам һәм хәстәр тойоп йәшәһә лә, өлкәнәйә бара иңдәренә ятҡан проблемалар ҙурая төшә. Ошо категорияға ҡараған граждандарҙы йәшәйешкә яраҡлаштырыу, йәмғиәттә юғалып ҡалмаҫлыҡ йүнәлеш биреү кеүек мәсьәләләр мөһим булһа, икенсе яҡтан, балалар йорто стеналарынан сығып киткән етемдәрҙе бер кем дә көтөп тормай. Тағы барлыҡ өмөт дәүләттә: закон буйынса ошо категорияға ҡараған граждандарға торлаҡ бирелергә тейеш.
Күптән түгел Ғафури районында ата-әсәһеҙ тәрбиәләнгән алты ҡыҙға һәм егеткә йәшәү ҡыуанысы, бәхет – үҙ торлағын – бүләк иттеләр. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғызов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Уларҙың тормошондағы мөһим ваҡиға теркәлде. Улар оҙаҡ көтөлгән торлаҡ асҡысын алды. Йәштәр өсөн үҙ торлаҡ бәхетле, шул иҫәптән ғаилә тормошо өсөн ышаныслы нигеҙгә әүереләсәк”.
Фотолар: Фәнзил Сыңғызовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.