Социаль мәсьәлә
8 Сентябрь 2022, 07:45

Эшһеҙҙәр кәмей

Йыл башынан алып Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 9 процентҡа кәмегән

Эшһеҙҙәр кәмейЭшһеҙҙәр кәмей
Эшһеҙҙәр кәмей

– Әлеге мәлдә хеҙмәт баҙарында хәл беҙҙең илгә ҡарата санкциялар ҡабул ителгәнгә тиклемге ваҡыттағы кимәлдә. Эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәтелгән  саралар 4 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 1 млрд 47 млн һумы – төбәк ҡаҙнаһынан. Был сара сиктәрендә 1,4 эш биреүсе ҡатнаша. 972-һе 720 миллион һум күләмендә ярҙам алды ла инде, - тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләүенсә, ағымдағы йылдың 1 авгусына ҡарата республикала эшһеҙлек 4,1 процент тәшкил иткән. Йыл башында иһә 4,3 процент булған.

Фото: Яндекс.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас