Социаль мәсьәлә
12 Сентябрь 2022, 06:00

“Чайлдфри”ҙы тыйырға тәҡдим итәләр

Балаһыҙ йәшәргә саҡырыуҙарға нисек ҡарайһығыҙ? 

“Чайлдфри”ҙы тыйырға тәҡдим итәләр“Чайлдфри”ҙы тыйырға тәҡдим итәләр
“Чайлдфри”ҙы тыйырға тәҡдим итәләр

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына “чайлдфри” идеологияһын закон менән тыйырға тәҡдим итте.

Был тәҡдим “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән ҡурсалау тураһында”ғы Федераль законға үҙгәреш индереү буйынса проект итеп тәҡдим ителде.

“Аңлы рәүештә балаһыҙ ғаилә ҡорорға саҡырыу, чайлдфри хәрәкәтенең шул йүнәлештә өгөтләү алып барыуы йәмәғәт инстиуттарының тарҡалыуына, рухи ҡиммәтәрҙең юғалыуына, халыҡтың кәмеүенә алып килә”, – ти парламент Рәйесе Константин Толкачев. Был пропаганданы тыйыу кәрәклеге Рәсәй граждандарында киң яҡлау таба. Федераль закон ҡабул ителгән осраҡта балаһыҙлыҡ иделогияһын таратырға маташыусылар ҙур суммаға  административ язаға тарттырыласаҡ.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас