

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 - 18 сентябрҙә Волга буйы федераль округының етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләгән ойошмалары араһындағы ярыштың финалы була.
Фестивалдә волейбол, минифутбол, стритбол, өҫтәл теннисы буйынса “Волга буйы спорт олимпы", “Бала саҡ йондоҙҙары” балалар ижады һәм башҡа саралар ойошторола. 16 сентябрҙә Мәскәү ваҡыты менән 10.00 сәғәттә нон-стоп режимында “МастерОК” ижади күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эше өсөн “халыҡ тауыш биреүе” була. Бынан тыш, фестивалдә башҡа интерактив майҙансыҡтар ойошторола.
- “Бала саҡты ҡайтарырға” проекты етем балалар өсөн ойошмаларҙа тәрбиәләнгән һәр баланың мөмкинлектәрен төбәктәге, округтағы мәҙәни, спорт сараларында асыу һәм уңышлы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был эш 2009 йылдан алып Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы вәкиле патронаты аҫтында атҡарыла. 2020 йылдан фестивалдең округтағы этабы Башҡортостанда ойошторола, - тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Сарала Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 400-ҙән ашыу үҫмер ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла диплом һәм ҡиммәтле бүләк аласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press