

Башҡортостанға 14 төбәктән балалар йорттарында тәрбиәләнгән 400 бала килде. Сара Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында үтә.
Фестиваль программаһы дүрт көнгә иҫәпләнгән, ғәҙәттәге “Оҫта”, “Бала саҡ йондоҙҙары” конкурстарынан тыш, яңы саралар менән байытылған. Бөтә сараларҙы онлайн режимында проекттың рәсми сайтында – фестивальдетства.рф – ҡарарға мөмкин. Балалар өсөн экскурсиялар, күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Иртәгә байрам “Башҡортостан” дәүләт концерт залында асыла. Конкурстарҙа, ярыштарҙа еңеүселәрҙе приздар көтә.
”Бала саҡты ҡайтарырға” проекты Волга буйы федераль округында 2009 йылдан тормошҡа ашырыла. Уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Башинформ".