

Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ-ара ярҙамлашыу буйынса яңы “Изгелек. Ҡара-ҡаршы” сервисына ҡушыла ала.
Рәсәйҙә VK Mini Apps платформаһында ярҙамлашыу буйынса сервис барлыҡҡа килде. Ул кемдәр ярҙам күрһәтергә теләй һәм кем уға мохтаж, барыһына ла бер-береһен табышырға булыша. Берләшмәгә инеү өсөн ҡушымтаны үҙеңә күсереп, анкета тултырырға кәрәк.
Өфө ҡыҙы Лена Калашникова быйыл “Изгелек. Ҡара-ҡаршы” платформаһындағы “Беҙ бергә” конкурсында ҡатнашып, төбәк этабында көсөн һынау хоҡуғын алды. Ул һөнәре буйынса – уҡытыусы-логопед, ”Король һөйләй” студияһы етәксеһе. Конкурсҡа “Балалар һөйләшергә тейеш” проектын тәҡдим иткән. Уның фекеренсә, платформа уңайлы, файҙалы курстарҙы һәм сараларҙы табырға мөмкин. Сервис Рәсәйҙә ирекмәнлек хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора, гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөүҙә тағы яңы аҙым. Проект тураһында мывместе.рф/vzaimno порталында тулыраҡ белергә мөмкин.
Фото: astrahan.bezformata.com