

2022 йыл башынан Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 22,2 меңдән 20,1 меңгә тиклем кәмегән. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙлек кимәле санкцияға тиклемге күрһәткескә – 3,6 процентҡа әйләнеп ҡайтҡан – ул үҙенең тарихи минимумын ҡабатлаған. Бындай мәғлүмәттәр менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә таныштырҙы.
– Хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер дәүләттәр тарафынан санкциялар индереү эҙемтәләре сәбәпле хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу хәүефе бар. Әммә бында ла ыңғай динамика күҙәтелә, – тине Ленара Иванова. – Июль аҙағында тулы булмаған мәшғүллектең иң юғары нөктәһе теркәлде – эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны 20 меңгә етте. Ә 16 сентябргә был күрһәткес 6,5 мең кешегә кәмегән. Бынан тыш, Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, 1 сентябрҙән эшкә ҡабул ителгәндәрҙең ебәрелгәндәрҙән күберәк булыуы күҙәтелә, ул 3 235 кеше тәшкил итә.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ҡала-райондарҙағы мәшғүллек үҙәктәренең иҫкәртеү эшен яҡшы ойошторғанын билдәләне.
– Предприятиелар менән шәхси план буйынса тығыҙ эш итәбеҙ. Ваҡытында халыҡҡа һәм эш биреүселәргә мәшғүллек структураһы үҙгәреүе тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, – тине Ленара Иванова.
Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа муниципалитеттар менән берлектә мәшғүллек баҙарындағы процестарҙы контролдә тоторға ҡушты.
– Урындағы предприятиеларҙағы хәлде иғтибар менән күҙәтегеҙ. Мөмкин булған хәүефтәрҙе аныҡ анализлағыҙ, уларға ваҡытында реакция белдерергә әҙер булығыҙ, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.