Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Сентябрь 2022, 17:40

Өлөшләтә мобилизация буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ

Халыҡтан мөрәжәғәттәр элеккесә сәғәт 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрендә лә ҡабул ителәсәк.

Өлөшләтә мобилизация буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ
Өлөшләтә мобилизация буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ

23 сентябрҙән табипҡа яҙылыу һәм өйгә саҡырыу, шулай уҡ вакцина эшләтеү буйынса ҡабул итеүгә яҙылыу “122 төймә 2” һаны буйынса алып барыла. Ә “122 төймә 1” һаны буйынса хәҙер өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреү ойошторола.

– Бөгөндән “122 өҫтәмә 1” федераль һан буйынса граждандарҙан өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙар ҡабул итә башланыҡ. Иртәндән ошондай 120-нән ашыу шылтыратыу булды, – тип һөйләне Башҡортостандың Ситуация үҙәге эксперты Лилиана Дауытова.  

Уның һүҙҙәренсә, республика халҡының күпселеге кемдәр өлөшләтә мобилизацияға эләгеүе, хеҙмәткә ниндәй йәштәгеләр саҡырылыуы, ниндәй һөнәрҙәр буйынса саҡырыу барыуы тураһында һораша. Мобилизацияланғандар өсөн кредит каникулдары, эш урындары һаҡланыуы тураһында бер нисә кеше генә ҡыҙыҡһынған.  

– Урындағы хәрби комиссариаттар менән бәйләнешкә инеү өсөн телефондарын бирәбеҙ. Айырып әйтәм: һәр кемдең хәле төрлөсә, шуға ла айырым аңлатабыҙ. Мәҫәлән, кеше Ҡариҙел районында теркәлгән, ә Өфөлә  эшләй. Бынан тыш, беҙҙең менән бәйләнештә хәрби комиссариат белгестәре эшләй. Шул арҡала айырыуса үҙенсәлекле, хәрби йүнәлештәге мөрәжәғәттәрҙе ҡарауҙа улар ярҙам итә. Беҙ һорауҙарҙы алып, уларҙың эшсе төркөмөнә тапшырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙгә мөрәжәғәт иткән кеше барыбер үҙенә кәрәкле ярҙамды аласаҡ. Уның менән телефон аша хәрби комиссариат белгестәре яҡын арала бәйләнешкә сығып, айырым консультация бирәсәк, – тип аңлатты Лилиана Дауытова.         

Халыҡтан мөрәжәғәттәр элеккесә сәғәт 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк, тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрендә лә.

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: