Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Сентябрь 2022, 14:40

350 һәм 200 мең һум ни өсөн тәғәйенләнгән?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

350 һәм 200 мең һум ни өсөн тәғәйенләнгән?
350 һәм 200 мең һум ни өсөн тәғәйенләнгән?

“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте төбәктәргә социаль контракттар буйынса сығымдарға өҫтәмә рәүештә 3,5 миллиард һум аҡса бүлә. Михаил Мишустин күптәр өсөн социаль контракттың дәүләткә таянып аҡса эшләй башлау һәм үҙеңдең матди хәлеңде яҡшыртыу өсөн уңай мөмкинлек икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан был аҡсанан 28,5 миллион һум алды. Шулай итеп, республика аҡсаһын иҫәпкә алып, был йылға финанслауҙың дөйөм күләме 613,5 миллион һум тәшкил итә.

Социаль контракт – социаль яҡлау органдары һәм аҙ килемле ғаиләләр йәки граждандар араһындағы махсус килешеү. Уға ярашлы, ауыр тормош хәлендә ҡалғанда ярҙамға өмөт итергә мөмкин.

350 мең һумды үҙ эшеңде асыу өсөн тотонорға мөмкин;

200 мең һумды – шәхси ярҙамсыл хужалыҡ өсөн.

Шулай уҡ ярҙам эш эҙләгәндә һәм башҡа ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡаралған.

2022 йыл башынан:

- республикала 4800 социаль контракт төҙөлдө;

- 550 миллион һумға яҡын аҡса түләнелде.

Шулай уҡ 19,2 миллион һум аҡсаны эшһеҙ граждандарҙың эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеүгә тотондоҡ, 126 бизнес-идея 153,5 мең һум күләмендә субсидия аласаҡ.

Быйыл Башҡоортостандың мәшғүллек үҙәктәрендә үҙ эшеңде асыу һорауҙары буйынса өс меңдән ашыу эшһеҙ кеше мөрәжәғәт итте. 614-ө үҙ бизнесын асты, 120 кеше финанс ярҙам алды”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: