Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Сентябрь 2022, 15:30

Мобилизацияланған граждандарға нотариус хеҙмәте бушлай күрһәтелә

Был ниндәй тәртиптә башҡарыла?

Мобилизацияланған граждандарға нотариус хеҙмәте бушлай күрһәтелә
Мобилизацияланған граждандарға нотариус хеҙмәте бушлай күрһәтелә

Федераль нотариаль палата 21 сентябрҙән мобилизацияланған граждандарҙы нотариустарға мөрәжәғәт иткәндә хоҡуҡи һәм техник төрҙәге хеҙмәттәргә түләүҙән азат итергә ҡарар иткән. Булдырылған ташламалар ышаныс ҡағыҙҙарына, бәлиғ булмағандарға бәйле мөһим юридик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн законлы вәкилдәренә, опекундарына ризалыҡҡа һәм башҡаларға ҡағыла.

Бынан тыш, палата төбәктәрҙә “дежур нотариаль конторалар” ойоштороуҙы тәҡдим иткән. Улар ял көндәрендә лә эшләйәсәк.

Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарға, хәрби комиссариаттың саҡырыу ҡағыҙын күрһәткәндә, нотариус хеҙмәте барлыҡ нотариаль контораларҙа бушлай һәм сиратһыҙ күрһәтелә. Дежур нотариаль конторалар исемлеген төбәктең Нотариаль палатаһы билдәләйәсәк.       

Фото: 74.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: