Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Сентябрь 2022, 22:15

Мобилизацияланыуҙан баш тартһаң...

Белгестәр өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы төп һорауҙарға яуап бирҙе.

Мобилизацияланыуҙан баш тартһаң...
Мобилизацияланыуҙан баш тартһаң...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг булды, унда тура эфирҙа өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Әгәр граждан Рәсәйҙә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан баш тарта икән, ул закон буйынса эҙәрлекләнә. Был хаҡта Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич хәбәр итте.

“Енәйәт кодексында саҡырылыш буйынса килмәгәне өсөн ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тотҡан статья бар. Хәлгә ҡарап, суд ҡарар ҡабул итә. Бындай тәжрибә яңыраҡ ҡына ҡулланыла башланы, сөнки беҙҙә мобилизация һуңғы тапҡыр 1945 йылда тамамланды. Әле был хәл менән беренсе тапҡыр осраштыҡ, тәжрибә туплаясаҡбыҙ. Беҙ ҙә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә системаны яйға һаласаҡбыҙ. Граждандар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш”, – тине Михаил Блажевич.

Республика хәрби комиссары, мин үҙем 30 йыл хеҙмәт итәм һәм быға бер ҙә үкенмәйем, тип өҫтәне.

– Мин бала саҡтан хәрби хеҙмәтте үҙемдең булмышым тип иҫәпләнем, уға ғүмеремде бағышланым. Атайым - запастағы офицер, уның менән полигондарҙа, атыш урындарында үҫтем, шуның менән йәшәнем. Һайлаған юлыма үкенмәйем, – тине Михаил Блажевич.

Өлөшләтә мобилизацияланырға тейешле граждандарға повесткаларҙы хәрби комиссариат вәкилдәре генә килтерә алмай. Йыйылыу пункттарының хәле етмәү сәбәпле, өйҙәр һәм фатирҙар буйынса белдереү ҡағыҙҙарын таратыуға торлаҡ-фатир идаралыҡтары, йорт идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, почтальондар йәлеп ителде. Әммә документты призывниктың ҡулына шәхсән тапшырырға кәрәк, тине брифинг барышында республиканың хәрби комиссары.

Шулай уҡ ул өс айҙан ашыу ваҡытҡа эшкә йәки уҡыуға киткән ир-егеттәрҙең йәшәгән урыны буйынса хәрби иҫәпкә торорға тейешлеген иҫкә төшөрҙө.

Мобилизацияланған граждандың хеҙмәт итеү ваҡыты эш стажына күсереләсәк, тине яуапланы халыҡтың һорауына төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников. Пенсия фонды был мәғлүмәттәрҙе ҡабул итергә һәм пенсия стажын иҫәпләү өсөн хәрби хеҙмәт осорон иҫәпләргә тейеш буласаҡ.

Шклай уҡ Юрий Мельников белдереүенсә, мобилизацияланған кешенең ғаиләһе матди ауырлыҡтар менән осрашһа, социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Был ведомствоның вәкәләттәренә инә. Һәр муниципалитетта ғаилә хеҙмәте бар. Белгестәр йәшәгән урынға барып, хәлдең ауырлығын баһалай һәм компетентлы ойошмалар йәлеп итеп ярҙам күрһәтә, – тине ул.

Фото: socialinform.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: