Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь 2022, 10:30

Комиссия көтмәгәндә килгән

Белорет ҡалаһының 13-сө мәктәбендә балаларҙың нисек туҡланыуҙарын иҫкәртеүһеҙ килеп тикшергәндәр. Асыҡланыуынса...

Комиссия көтмәгәндә килгән
Комиссия көтмәгәндә килгән

Белорет ҡалаһының 13-сө мәктәбендә балаларҙың нисек туҡланыуҙарын иҫкәртеүһеҙ килеп тикшергәндәр.

Асыҡланыуынса, был көндө бәләкәй класс уҡыусыларына көйгән дөгө бутҡаһы менән көйгән тауыҡ ите биргәндәр.

“Бындай ризыҡты ашау мөмкин түгел, бөгөн дүрт класс йылы төшкө ашһыҙ ҡалды. Компенсация иҫәбенә 69 бала алма, майлы бутерброт, компот алды.

Өлкән класс уҡыусылары һуңыраҡ ашай, шуға ла уларға был ваҡытҡа тиклем рассольник ашы һәм котлет менән борсаҡ бутҡаһы әҙерләп өлгөрҙөләр. Икенсе блюдо тәмле, шелтәһеҙ булды”, – тип яҙған Белорет районы хакимиәте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев етәкселегендәге комиссия 13-сө мәктәпте хеҙмәтләндергән “ОптТорг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Вадим Ҡотлоберҙинға был хәлгә аңлатма биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Ул, йылытыу ҡорамалын яңыраҡ ремонтлауҙары, тэнын алмаштырыуҙары һәм ошоға бәйле ашнаҡсылар уның ҡеүәтен баһалап етмәгән, тип аңлатҡан. Былауҙы йылытыу өсөн мәктәп ашханаһында ҡалын төплө һауыт булмаған.

Тикшереү барышында ата-әсәләр комитеты вәкиле Светлана Сучкова менән дә һөйләшкәндәр, уның ете балаһы ошо мәктәптә белем ала. Ул көн һайын килеп, балаларҙы нисек ашатыуҙарын тикшереп тороуы тураһында һөйләгән.

“Былауға бәйле килеп тыуған инцидентты иҫәпкә алмағанда, мәктәптә туҡланыу яҡшы ойошторола, ризыҡ тәмле һәм йылы. Беҙҙең теләк: көндәлек туҡланыу рационына кефир йәки йогурт кеүек һөт ризыҡтарын да өҫтәһендәр ине”, – тине әсә.  

Тикшереүселәр килгәндә, ашхананың иҙәне лә бысраҡ булған – был да етди етешһеҙлек. Ашнаҡсыларға иҫкәртмә яҙылған һәм 13-сө мәктәптәге балаларҙы ашатыуҙы күҙәтеү аҫтына алғандар.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Белорет район хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Комиссия көтмәгәндә килгән
Комиссия көтмәгәндә килгән
Комиссия көтмәгәндә килгән
Комиссия көтмәгәндә килгән
Комиссия көтмәгәндә килгән
Комиссия көтмәгәндә килгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: