Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь 2022, 15:00

Ышаныс - яңы законда...

Үкенескә ҡаршы, бөгөн етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү ҡәнәғәтләнерлек темпта алып барылмай ине. Сертификат алыуҙың шарттары үҙгәрҙе

Ышаныс - яңы законда...
Ышаныс - яңы законда...

Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай  ҡабул иткән закон 23 йәшкә еткән ҡарауһыҙ ҡалған балалар һәм етемдәрҙең торлаҡҡа хоҡуғын киңәйтәсәк. Уларға торлаҡ алыуға сертификат биреләсәк.

“Сертификаттың иң ҙур өҫтөнлөгө – уны ирекле ҡуллана алыуҙа. Кеше торлаҡты республикалағы үҙе теләгән ҡалала йәки районда һайлай аласаҡ. Закон буйынса тейешле майҙандан ҙурыраҡ фатир һатып алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн дәүләт түләүенә үҙ аҡсаңды йәки әсәлек капиталын йәки льготалы ипотеканы ҡушырға мөмкин”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Сертификат алыуҙың шарттары түбәндәгесә: һуңғы алты ай дауамында хеҙмәт килешеүе буйынса йәки йыл дауамында шәхси эшҡыуарлыҡ йәки үҙмәшғүл сифатында эшләү. Шулай уҡ сертификат алыусы наркология диспансерында иҫәптә тормаҫҡа тейеш. Өҫтәүенә социаль түләүҙәр көндөҙгө бүлектә уҡыған йәки инвалид бала тәрбиәләгән кешеләргә лә ҡағыла.

“Үкенескә ҡаршы, бөгөн етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү ҡәнәғәтләнерлек темпта алып барылмай. Анализ күрһәтеүенсә, йыл һайын закон буйынса тейешле торлаҡҡа дәғүә итеүселәрҙең 18 проценттан артыҡ булмаған өлөшө генә фатирлы була. Бөгөн ошондай ялыуҙар буйынса 800-ҙән ашыу суд ҡарары үтәлмәгән. Күпселек осраҡта беҙ финанстың етерлек булмауы йәки уның ваҡытында үҙләштерелмәүе, иҡтисади коньюнктура менән бәйле объектив ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Йыш ҡына шулай була, кеше оло тормош юлына аяҡ баҫҡан, ә проблеманы хәл итеү юлдары күренмәй. Закон был кешеләрҙең үҙҙәренә дәүләттең ниндәйҙер сәбәп менән үҙләштерелә алмаған аҡсаһын тотонорға мөмкинлек бирә”, – тип аңлатты Константин Толкачев.

 Фото:kolobok.ua

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: