Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Сентябрь 2022, 19:07

Үҙ эшен асыусыларға – дәүләт ярҙамы

Социаль контракт нигеҙендә эшҡыуарлыҡҡа тотоналар.

Көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Учалы филиалынан.
Фото:Көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Учалы филиалынан.

Илебеҙ иҡтисады, ни тиклем ауыр булһа ла, санкциялар баҫымына бирешмәй. Хеҙмәт баҙарында ла хәлдәр тотороҡло. Быға тәү сиратта, мәшғүллек өлкәһендә көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында булдырылған дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә.

Ярҙам программалары байтаҡ, һәр береһенең үҙ йүнәлеше, үҙенсәлектәре: эш биреүселәр, эшһеҙҙәр, ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, инвалидтар, эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған башҡа граждандар өсөн айырым программалар бар. Республиканың мәшғүллек үҙәктәре сайттарында, “Рәсәйҙә эш” берҙәм порталында улар менән ентекләберәк танышырға мөмкин. Мәҫәлән, “Демография” милли проектына ярашлы, айырым категорияға ҡараған граждандар дистанцияла бушлай уҡып, танытма алырға хоҡуҡлы.

АСПК, йәғни социаль контракт нигеҙендә аҙ тәьмин ителгәндәргә адреслы ярҙам да – бик кәрәкле алым. Уның ярҙамында аҙ тәьмин ителгән граждан эшкә урынлашһа, өс ай дауамында уға мәшғүллек үҙәгенән хеҙмәт хаҡына өҫтәмә рәүештә 12000 һум түләнә. Социаль контракт төҙөү мөмкинлегенең йәнә бер йүнәлеше – үҙ эшеңде асыу. Контракт йүнселлек менән шөғөлләнергә теләгән йәки шәхси эшҡыуар, үҙмәшғүл булып теркәлгән аҙ тәьмин ителгән граждан менән төҙөлә.

Был осраҡта эшҡыуарҙың һалымдар буйынса ун мең һумдан күберәк бурысы, дисквалификацияланған шәхестәр реестрында мәғлүмәт булмауы шарт. Шулай уҡ ул мәшғүллек үҙәге аша эшҡыуарлыҡ эшен алып барыу өсөн бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы алмаған булырға тейеш.

Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алыу өсөн бизнес-план төҙөргә кәрәк. Ул идеяны тормошҡа ашырыу юлдарын, реаль мөмкинлектәрҙе күрһәтергә тейеш. Проектты раҫлағанда баҙарҙың көнәркәшлек үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Социаль контракт төҙөргә теләүселәр исемлеге “Минең бизнес” үҙәгенә тапшырыла, унда эш башлаусыларға практик ярҙам күрһәтелә.

Шәхси эшҡыуарлыҡты башлау өсөн социаль ярҙам күләме 1 июлдән 350 мең һум тип билдәләнгән. Килешеү, ай һайын отчет тапшырып барыу шарты менән, бер йылға төҙөлә. Учалының бер нисә йүнселе лә, мөмкинлектән файҙаланып, үҙ эшен асты.

Ольга Холина Красноярск ҡалаһында тыуып үҫә. Бер нисә йыл элек әсәһенең тыуған яғы Учалыға ҡайтып төпләнәләр. Ике педагогик белемгә эйә белгес башта лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырлыҡ, күңеленә ятҡан эш таба алмай, шуға күрә мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Уға үҙмәшғүл булып теркәлергә тәҡдим итәләр. Тәжрибәле педагог “Артспектрум” тигән студия асып, балаларға өҫтәмә белем бирә башлай.

Күптән түгел Ольга Юрьевна, социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алыу өсөн бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлай һәм дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә.

– Төп маҡсатым – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һүрәт төшөрөргә, матурлыҡты күрә белергә, һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәтеү. Бының өсөн интерактив таҡта, проектор, дидактик әсбаптар, уйындар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып алдым. Бөгөн студиямда даими рәүештә ун бала шөғөлләнә, йәйге айҙарҙа уларҙың һаны артып та китә. Үҙенсәлекле балаларҙың тормошон еңеләйтеүгә, сағыуыраҡ итеүгә аҙ булһа ла өлөш индерә алыуыма сикһеҙ шатмын. Дәүләтебеҙҙең мәшғүллек өлкәһен даими хәстәрләүе хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға этәргес бирә, – тип ҡыуанысын йәшермәй Ольга Холина.

Артур Сафиуллин да, социаль ярҙам алып, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра – ҡалала көнкүреш техникаһын ремонтлау буйынса оҫтахана аса. Әйткәндәй, был төр хеҙмәт Учалыла актуаль, егет өйҙәргә йөрөп тә техниканы ремонтлай.

Дәүләт ярҙамы алып, Ринат Бүләков менән Шухрат Сәғитов бергәләп биналар төҙөү өсөн арболит етештереүгә тотонған.

– Районда төҙөлөш эше йылдам бара, әммә хәҙер өй һалыу өсөн ағас алыу ҡатмарлы. Арболит – заман материалы, ул бетонға органик материалдар ҡушып эшләнә, үҙенсәлектәре бик яҡшы – ныҡлы, еңел, йылыны һаҡлай. Беҙ етештергән төҙөлөш материалының яҡташтарҙа ҙур һорау менән ҡулланырына шигебеҙ юҡ, – ти егеттәр.

Ә Азат Әхмәтйәнов шәхси йорттарға һәм баҡсаларға урынлаштырыу өсөн мини-мунсалар төҙөй башлаған. Юлиә Заманова иһә, дәүләт ярҙамын файҙаланып, матурлыҡ салоны асҡан.

– АСПК-ның һәр йүнәлеше буйынса контроль күрһәткестәр һәм финанс ярҙамының күләме билдәләнгән. Быйыл беҙҙең районға 14 квота бүленде. Граждандарҙан ғаризалар ҡабул ителә, ә социаль контракт дәүләттән бүленгән аҡса күләменә ҡарап төҙөлә. Үҙ эшен асырға теләүселәрҙең күбеһе йәш кешеләр булыуы ҡыуандыра. Дәүләт ярҙамын алған йүнселдәрҙең эше уңышлы барыр, тип ышанабыҙ, – тине Көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Учалы филиалы директоры Юлай Рыҫҡолов.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас: