Социаль мәсьәлә
29 Сентябрь 2022, 09:30

Таҙартыу ҡоролмалары яңырасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

Таҙартыу ҡоролмалары яңырасаҡТаҙартыу ҡоролмалары яңырасаҡ
Таҙартыу ҡоролмалары яңырасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Видеоконференция рәүешендә уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин алып барҙы.

Ултырышта Ишембай районының Петровск ауылында 1968 йылда төҙөлгән таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау буйынса республика ғаризаһы ла ҡаралды. Ныҡ туҙыуы арҡаһында әле уны файҙаланмайҙар.

“Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренә ҡарап, йылына 300 кубометрға тиклем үткәрергә һәләтле ҡоролмаларҙы, шулай уҡ 380 метр оҙонлоҡтағы коллекторҙы файҙаланыуға тапшырыуҙы планлаштырабыҙ. Был 1800 кешегә һыуҙы таҙартыу һәм йыуынты һыуҙы алып китеү мөмкинлеге бирәсәк”, – тине Радий Фәрит улы.

Инфраструктура проектының дөйөм хаҡы – 135,5 миллион һум. Шуның 108 миллион һум самаһы – Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға ярҙам фондынан.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас