Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Сентябрь 2022, 14:42

Пансионаттар кәрәкме?

fullfact.org
Фото:fullfact.org

Кушнаренко районында, дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарына ярашлы, өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн 40 урынлыҡ дәүләткә ҡарамаған пансионат төҙөү планлаштырыла. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, инвестицияларҙың дөйөм күләме 20 миллион һум тәшкил итәсәк. Бындай пансионаттар беҙгә кәрәкме?

– Был көн ҡаҙағындағы мәсьәлә, сөнки пансионаттарға ихтыяж ҙур. Әммә сығым­дарҙың ҙур булыуы арҡаһында һәр кем ошо эште тормошҡа ашыра алмай. Проекттар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән ҡағиҙәләр сығымдарҙың ярайһы уҡ өлөшөн бюджет иҫәбенә ҡапларға, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен ылыҡтырғыс итергә мөмкинлек бирә.

Кушнаренко районының Ҡанлы ауылында тап ошо механизм буйынса заманса пансионат төҙөләсәк. Проектты “Доверие-Кушнаренково” халыҡты социаль хеҙмәтлән­дереү үҙәге менән берлектә ҡырҡ йылға концессион килешеү шарттарында тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тип белдергәйне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Концессионер Кушнаренко районы билә­мәһендә социаль хеҙмәтләндереү баҙа­рында 2015 йылдан алып эшләй. 2018 йылда Шәрип ауылында өлкәндәр өсөн 40 урынға иҫәпләнгән дәүләткә ҡарамаған пансионат төҙөүҙә ҡатнашты. Яңы килешеүгә ярашлы, инвестиция сығымдары бинаны үҙгәртеп ҡороуға, ҡорамал һәм йыһаз менән тәьмин итеүгә, файҙаланыуға тапшырыуға китәсәк. Ер участкаһы һәм бинаның ҡуртымға бире­леүе майҙанды ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк.  Пансионатта аҙ хәрәкәт иткән һәм үҙҙәрен тәрбиәләргә һәләтһеҙ граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеге ҡарала. Урындарҙың күбеһе бюджет нигеҙендә биреләсәк. Өҫтәүенә бында 19 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан өлкәндәр өсөн йорттар төҙөүҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ ысулын ҡулланған тәүге төбәк булды. Әлеге көндә бындай пансионаттар Ғафури районының Һаҫыҡкүл  ауылында (Табында бүлексәһе бар), Мишкә районының Ирсай ауылында эшләүен дауам итә.

“Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Рәсәй Фе­дерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указ­дың һигеҙ йөкләмәһе 2024 йылға үтәлергә тейеш. 

Читайте нас: