Социаль мәсьәлә
30 Сентябрь 2022, 09:45

Таяныс булырҙай ғаиләләр бар

money-budget сайтынан.money-budget сайтынан.
Фото:money-budget сайтынан.

Республикабыҙҙа өлкән йәштәгеләрҙе  һәм инвалидтарҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыу ҡанун менән нығытылған. Төп маҡсат – ололарҙың көнкүреш сифатын яҡшыртыу, яңғыҙ ҡалдырмау, тейешле тәрбиә күрһәтеү.

– Өлкәндәрҙе ғаиләгә тәрбиәгә алыу яңыраҡ ҡына ғәмәлгә инде, – тине Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Ольга Котельникова. – Йортта хеҙмәтләндереү, интернаттарҙа тәрбиәләүҙән айырмалы, ул тәьҫирлерәк булыуы ихтимал. Ғаиләгә килеп ингән оло кеше үҙен ышаныслыраҡ тоя, сәләмәтлеге өсөн борсолмай, сөнки эргәһендә үҙенән йәшерәк ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ кешеләр бар.

Тәрбиәгә алынған  кеше пенсияһының 75 процентҡа тиклемен ғаилә бюджетына бирә, ҡалғанын үҙенә ҡалдыра ала. Опекундар чектарҙы йыйып барырға тейеш. Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәре опекундар өсөн ололарҙы һайларға ярҙам итә. Ғаиләгә бер юлы өстән дә артыҡ  кешене алырға ярамай. Өҫтәүенә пенсионер һәм опекун  араһында туғанлыҡ бәйләнеше булырға тейеш түгел. Опекунға 6 200  һум күләмендә аҡсалата пособие түләнә. Әгәр оло кешегә 80 йәш тулһа йәки 1-се төркөм инвалидлыҡ билдәләнһә, түләү һигеҙ мең һумдан аша.

2017 йылдан алып Баш­ҡорт­останда ошондай 234 ғаилә барлыҡҡа килде (250 өләсәй һәм олатай). Бөгөн 107 ғаиләлә 113 өлкән кеше йәшәй. Өлкәндәрҙе психик сирҙәре  булмаған һәм  хөкөмгә тарттырылмаған һәр кемдең тәрбиәгә алыуы мөмкин. Бынан һуң опека органдары ғаилә менән килешеү төҙөй.

Ололар ғаилә хәстәрлегендә бер айҙан алып бер нисә йыл дауамында йәшәй ала. Опекундар һәм тәрбиәләнеүселәр араһында төҙөлгән килешеүҙәрҙең юҡҡа сығарылыуы мөмкин. Биш йыл эсендә 137 килешеү ғәмәлдән сығарылған, шул иҫәптән 90-ы өлкәндәрҙең үлеме арҡаһында.

Бөтә ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр буйынса Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә  шылтыратырға мөмкин: 8 (347)286-51-05, 8 (347)286-21-73.

Читайте нас