Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Октябрь 2022, 11:00

Илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ветерандарҙы байрам менән ҡотланы.

Илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Өлкән йәштәгеләр көнөндә беҙ өләсәй-олатайҙарыбыҙҙы, оло йәштәге күршеләребеҙҙе, хеҙмәттәштәребеҙҙе, таныштарыбыҙҙы ихтирам, иғтибар менән солғап ҡалырға тырышабыҙ. Иглин районының Мәҙәниәт йорто сәхнәһенән дә хөрмәтле кешеләребеҙгә йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр яңғыраны.

Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова байрамға йыйылған ветерандарҙы байрам менән ҡотлап, уларҙы фиҙакәр хеҙмәттәре, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ошо көндәрҙә тормош юбилейҙарын билдәләгән Боровиковтар һәм Мөхтәровтар ғаиләләре өсөн икеләтә байрам булды. Гүзәл Рәйес ҡыҙы ветерандарҙы ҡотлап, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Райондың үҙешмәкәр артистары тамашасыларҙы күңелле концерттары менән шатландырҙы.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: