Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Октябрь 2022, 19:00

Пособие күләме күпмегә артыр?

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Пособие күләме күпмегә артыр?
Пособие күләме күпмегә артыр?

Киләһе йылда әсәлек менән бәйле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар суммаһы артасаҡ.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелгәне 23 011 һумға етәсәк, 140 көнлөк декрет ялында йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның иң ҙур күләме - 383 179 һум, ә “больничный” ҡағыҙҙары буйынса иң юғары түләүҙәр айына 83 204 һум тәшкил итәсәк. Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итәләр.

“Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие ғәмәлдәге инфляция кимәле буйынса индексациялана. Ул 2023 йылдың 1 февраленән тормошҡа ашырыласаҡ. Түләү 23 011 һум тәшкил итәсәк. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм 1,5 йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләү буйынса пособиелар күләме страховкаланған кешенең үткән ике йылдағы эш хаҡы кимәленән сығып иҫәпләнә”, – тип әйтелә ведомство хәбәрендә.

Страховкаланған граждандар өсөн баланы тәрбиәләү буйынса иң юғары айлыҡ пособие 2023 йылда 33 282 һум, ә иң аҙ күләме 8 630 һум тәшкил итәсәк.

Фото: фрутоНяня.ру

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: