Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Октябрь 2022, 14:30

Был ташлама – 70 йәштән үткән пенсионерҙар өсөн

Ошо социаль ярҙамдың ғәмәлдә булыу осоро 2022 йылда тамамланырға тейеш ине, хәҙер ул 2024 йыл аҙағына хәтлем оҙайтылды

Был ташлама – 70 йәштән үткән пенсионерҙар өсөн
Был ташлама – 70 йәштән үткән пенсионерҙар өсөн

“Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтенә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индерелде.

“Закон капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса ташламаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайта, – ти Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – 70 йәштәге һәм унан өлкәнерәк милекселәргә капиталь ремонт өсөн иғәнәнең 50 проценты компенсациялана, ә 80 йәш һәм унан да олораҡ булғандарға 100 проценты менән кире ҡайтарыла. Ташлама яңғыҙ йәшәгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарға, ғаиләһендә фәҡәт эшләмәгән пенсионерҙар йәки I һәм II группа инвалид булғандарға бирелә. Ошо социаль ярҙамдың ғәмәлдә булыу осоро 2022 йылда тамамланырға тейеш ине, хәҙер ул 2024 йыл аҙағына хәтлем оҙайтылды”.

Парламент спикеры әйтеүенсә, был ҡанунды тормошҡа ашырыу республика ҡаҙнаһынан киләһе йылда 40,3 миллион һум һәм артабанғы йылда 44,9 миллион һум сығым талап итәсәк.

 Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: