Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Октябрь 2022, 11:30

Улар ҙа беҙҙеке хәҙер

Хәҙер етем балаларға яңы шарттарға яраҡлашыу өсөн ярҙам итергә генә кәрәк

Улар ҙа беҙҙеке хәҙер
Улар ҙа беҙҙеке хәҙер

Донецк ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә  йәшәгән  17 ҡыҙ һәм 15 малайҙы  беҙҙең республика үҙ ҡанаты аҫтына алды. Етем балаларҙы Учалы, Күмертау ҡалаларының һәм Күгәрсен районының ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәре ҡабул итәсәк.   Урындарҙағы мәктәптәрҙә уҡыясаҡтар, уларҙың киләсәктә беҙҙең республикала тормош ҡороп йәшәп  алып китеүҙәре лә ихтимал. Хәҙер етем балаларға яңы шарттарға яраҡлашыу өсөн ярҙам итергә генә кәрәк. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың  күбеһе тәү тапҡыр поезға ултырып килгән.

Башҡортостан тураһында видео ҡарап, үҙҙәренең ҡайҙа барасағын белгәндәр, республика менән ҡыҙыҡһынғандар.

”Тағы ла ун баланың туғандары башҡа ваҡытлыса йәшәү урындарында ҡалды. Оҙаҡламай уларҙы ла алып киләсәкбеҙ. Документтарҙы әҙерләп бөткәс,  ғаиләгә урынлаштырыу яғын ҡараясаҡбыҙ, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина. – Һәр бала ата-әсә хәстәрен, һөйөүен тойоп йәшәргә тейеш”.  

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Улар ҙа беҙҙеке хәҙер
Улар ҙа беҙҙеке хәҙер
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: