Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Октябрь 2022, 22:00

Хеҙмәткә саҡырылыу ваҡытын кисектереп буламы?

Баш медик-социаль экспертиза бюроһы етәксеһе Елена Сафронова тағы ниндәй һорауҙарға яуап бирҙе?

Хеҙмәткә саҡырылыу ваҡытын кисектереп буламы?
Хеҙмәткә саҡырылыу ваҡытын кисектереп буламы?

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән тура эфирҙа Баш медик-социаль экспертиза бюроһы етәксеһе Елена Сафронова һөйләне.

Уның әйтеүенсә, өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә саҡырылған кеше инвалид туғанын тәрбиәләгән осраҡта хеҙмәткә саҡырылыу ваҡытын кисектерә ала. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған яҡын туғандарҙы даими тәрбиәләүгә мохтажлыҡты медик-социаль экспертиза билдәләй. Елена Сафронова йыш осраған һорауҙарға тура эфирҙа яуап бирҙе.

– Инвалид туғанын даими тәрбиәләү кәрәклеге тураһындағы ҡағыҙҙы кеше нисек ала?

– I төркөм инвалидын тәрбиәләгән хеҙмәткә саҡырылыусыға инвалидлыҡ билдәләнгән Медик-социаль  экспертиза бюроһына мөрәжәғәт итергә йәиһә инвалидтың йәшәгән урыны буйынса тейешле документтарҙы илтергә кәрәк.

II йәки III төркөм инвалидын йәки инвалидлыҡ билдәләнмәгән туғанын тәрбиәләгән хеҙмәткә саҡырылыусыға ул йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда медик-социаль экспертизаға йүнәлтмә әҙерләйәсәктәр һәм электрон рәүештә Медик-социаль экспертиза бюроһына ебәрәсәктәр.

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?

– ғариза;

– хәрби комиссариаттан повестка;

– инвалидлыҡ тураһында белешмә;

– тәрбиәгә мохтаж кешенең туғанлығын раҫлаған документ (никах тураһында танытма, тыуыу тураһында танытма);

– хеҙмәткә саҡырылған кешенең һәм инвалидтың паспорттары;

– икеһенең дә СНИЛС-ы.

Һорауҙарығыҙ булһа, Баш медик-социаль экспертиза бюроһының “ҡыҙыу линия”һына шылтыратығыҙ: 8 (347) 286-11-25. Граждандар менән аралашыу өсөн Берҙәм контакт-үҙәге телефоны: 8-800-6-000-00. Баш медик-социаль экспертиза бюроһы сайты:  https://www.02.gbmse.ru/

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмө.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: