Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Октябрь 2022, 13:00

Регина менән Илнурҙың никахлашыуы иҫтә ҡаласаҡ

Бының үҙенә күрә сәбәбе бар...

Регина менән Илнурҙың никахлашыуы иҫтә ҡаласаҡ
Регина менән Илнурҙың никахлашыуы иҫтә ҡаласаҡ

Шишмә районы ЗАГС-ындағы был тантана йәштәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Быйыл бында никахтары теркәлгән 200-сө бәхетле пар улар.

Регина Ғималетдинова һәм Илнур Фәйезовты ЗАГС хеҙмәткәрҙәре кеше ғүмерендә бер генә була торған бик күркәм  байрам менән ысын күңелдән ҡотлап, уларға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән тапшырылған ҡотлау адресы ла  йәштәрҙе  шатландырҙы.

Һөйөнөстәр менән бергә йәш ғаилә иңенә  бер-береһе өсөн оло яуаплылыҡ, уртаҡ бурыстар ҙа өҫтәлде.  Үҙ ишен тапҡан бәхетле парҙарҙы никахтары менән ҡотлап, татыу тормош, ныҡлы сәләмәтлек, көтөлмәгән шатлыҡтар теләйбеҙ!

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: