

Илле йыл инде бер-береһен, мөхәббәттәрен һынаған, иңгә иң терәшеп, ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәгән өлкәндәр һоҡланыу тойғоһо уята. Ярты быуат эсендә ниҙәр генә кисерергә тура килмәгән уларға!
Яңауыл районының бер төркөм тормош юбилярҙары ошо көндәрҙә яңынан ғүмер юлдарын байҡаны, бик күп йылы ҡотлау һүҙҙәре ишетте.
Яңауыл районы хакимиәте башлығы И. Вәзиғәтов ветерандарға Башҡортостан Башлығының ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Лидия һәм Минзәйер Сәләғәтдиновтар, Тәзкирә һәм Бинус Әсхәҙуллиндар, Инзилә һәм Мөхәмәтнур Исламовтар, Ралина һәм Данис Хажиевтар сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәренең әле лә тормош һөйөүсән, әүҙем, тоғро ғаилә ағзалары икәнен раҫланы. Һәр береһенең иңендә илле йыллыҡ ғүмер юлы, уларҙы бер быуын кешеләре булыу, Ватанға тоғролоҡ һәм тыуған ергә мөхәббәт тойғоһо берләштерә. Мөнәсәбәттәре йылдар менән һыналған. Тормош юбилярҙары хөрмәтенә яңғыраған моңло йырҙар, йылы һүҙҙәр уларға йәшәргә көс, дәрт бирһен, йәштәргә өлгө, таяныс булып оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ, хөрмәтле ветерандар!
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.