

7 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй санитар-эпидемиологик хеҙмәтенең ойошторолоуына 100 тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Үҙенең ҡотлау телмәрендә Андрей Назаров был ҡатмарлы һәм яуаплы эштең мөһимлеге, мотлаҡ кәрәклеге тураһында әйтте. Ул шулай уҡ был хеҙмәттең юбилейын илдәге санитар-эпидемиологик хәлгә контроль тәжрибәһе менән ҡаршылай һәм бөгөнгә ул яңы һанлы, генетик технологиялар менән ҡаршылауы хаҡында һөйләне. Республика Хөкүмәте Премьер-министры ведомствоның коронавирус инфекцияһына ҡаршы эш итеүенә айырыуса иғтибар бүлде.
- COVID-19-ға ҡаршы лабораторияларҙа тест эшләүҙе ойоштороуҙа реаль ярҙам күрһәттегеҙ. Төбәккә бер миллиондан ашыу экспресс-тест килтерелде. Бөгөн улар тәүлегенә 12 мең тирәһе тикшереү үткәрә. Берҙәм көс менән республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы 2,7 миллиондан ашыу кеше вакцинацияланды. Был йәһәттән беҙ – Волга буйы федераль округында абсолют лидерҙар. Һеҙҙең пандемия осорондағы яйға һалынған эшегеҙ һөҙөмтәһендә бер предприятиены ла, бер төҙөлөштө лә туҡтатманыҡ. Арауыҡта, гибрид форматта мәктәптәр, ғилми-тикшеренеү институттары, власть органдары эшләүен дауам итте, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Премьер-министры шулай уҡ “Санитар ҡалҡан” дәүләт проектын баһаланы. Ул эпидемиологик хәүефкә ыңғай тәьҫир итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Премьер-министр айырым рәхмәтте “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Поповаға белдерҙе. Уның ярҙамында тиҙҙән Өфөлә хәүефле һәм билдәле булмаған инфекцияларҙы тиҙ асыҡлау, өйрәнеү өсөн юғары кимәлдәге биологик хәүефһеҙлеккә эйә лаборатория барлыҡҡа киләсәк.
- Һеҙ һәр ваҡыт кешеләр ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн көрәштең - алғы һыҙығында. Һәр участкала юғары оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм үҙ-үҙеңде аямай эшләү миҫалыһығыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер теләйем. Эшегеҙ ҡаҙаныштар менән тулһын, - тине Андрей Назаровю
Фото: pravitelstvorb.ru