Социаль мәсьәлә
8 Октябрь 2022, 12:00

"Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ!"

Ирекмәндәр тағы бер мобилизациялаған яугирҙең ғаиләһенә ярҙамға барҙы.

"Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ!""Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ!"
"Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ!"

Өфө районының М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре махсус хәрби операцияға мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.

7 октябрҙә улар Өфө районының Булгаков ауылында ире мобилизацияға эләккән ҡатындың йортонда булды. Хәрби хеҙмәткә алынған яугирҙең тормош иптәше теплицаны күсереп ултыртыуҙарын һәм ҡышҡа әҙерлек маҡсатында тимер һауытты ҡырҡып биреүҙәрен һораған.

Ирекмәндәр ҡатынға килеп, барлыҡ эште атҡарған. Бынан тыш, иретеп-йәбештереүсе белгес тимер мискәне бысып, һауыт яһап биргән, ә ирекмәндәр уны кәрәкле урынға ҡуйған. Теплицаны ла күсереүҙә ярҙамлашҡандар.

– Ирекмәндәргә изге йөрәктәре һәм күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт. Тормош дауам итә! Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ, уларҙы көтәбеҙ, – тип изге теләктәрен белдергән ҡатын.

Фото: “Телеграм”.

"Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ!"
"Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ!"
"Беҙ һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ!"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас