

Замана афәте – яман шеш – иң мәкерле сирҙәрҙең береһе булып ҡала. Рәсәйҙә унан йылына 300 мең кеше гүр эйәһе була. Үкенескә ҡаршы, әлегә тиклем был сирҙе юҡ итерлек дарыу уйлап табылмаған, әммә уны алдан иҫкәртеү күп осраҡта ауырыуҙы һауыҡтырырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы биләмәһендә позитрон-эмиссия томография үҙәге (ядро медицина үҙәге) асылды.
Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙәк онкология ауырыуҙарын башланғыс стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Нәҡ уның ярҙамында яман шешкә дусар булғандарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуға өмөт артасаҡ.
Был инвестиция проектын дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында “МедИнвестГрупп” компанияһы төркөмө тормошҡа ашырҙы. Һалынған аҡсаның күләме 220 миллион һум тәшкил итә. Төбәк етәксеһе республика халҡын юғары технологиялы медицина учреждениеһын сафҡа индереү менән ҡотланы.
– Беҙ республика медицинаһын үҫтереүгә сираттағы ҙур аҙымды яһаныҡ. Тәүге сиратта – яман шешкә ҡаршы көрәшеү өсөн. Был – Башҡортостан биләмәһендә икенсе ПЭТ-үҙәк. Ул онкология сирҙәрен асыҡлау һәм ваҡытында дауалау өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Элек бөтә пациенттар ҙа ошондай тикшереүҙәр үтергә Өфөгә йөрөргә мәжбүр ине. Ә хәҙер Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә үҙенең заманса диагностика комплексы барлыҡҡа килде. Был бик аныҡ диагностика ҡорамалдары юғары технологиялы медицина тармағына ҡарай. Беҙ “МедИнвестГрупп” компанияһы һәм был проектҡа башланғыс һалған Виктор Владимирович Харитонинға рәхмәт әйтәбеҙ. Уның менән артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ, Стәрлетамаҡта юғары технологиялы дауалау үҙәген булдырыу буйынса проект әҙерләйбеҙ. Шуныһы мөһим: һәр кем медицина страховкаһы буйынса позитрон-эмиссия томографында халыҡ-ара сифат стандарттарына ярашлы бушлай тикшереү үтә аласаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге позитрон-эмиссия томография үҙәге 2014 йылдан уңышлы эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә меңдәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Ә 2019 йылдың майында “Инвестиция сәғәте”ндә Стәрлетамаҡта ла ошондай комплекс төҙөү буйынса “МедИнвестГрупп” компаниялар төркөмө проекты хупланды.
“МедИнвестГрупп” компаниялар төркөмө президенты Сергей Нотов, Башҡортостан Стәрлетамаҡ ПЭТ-үҙәген асыу менән диагностикалау мөмкинлеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡҡа сыҡты, тип билдәләне.
– Республика диагностика һәм дауалау ҡеүәте йәһәтенән һәм тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн радиофармпрепараттар етештереүҙең бер нөктәһе булып тора. Тап Башҡортостанда онкология һәм кардиология ауырыуҙарын диагностикалау мөмкинлеге булған препарат эшләргә һәм сығарырға планлаштырабыҙ. Бөтә төбәктәр араһында республика позитрон-эмиссия томография үҙәге иң алдынғыһы, – тип билдәләне Сергей Нотов.
Әйткәндәй, Башҡортостан – Рәсәйҙә, Мәскәүҙән тыш, ошондай ике үҙәк эшләгән берҙән-бер төбәк. Ул киләсәктә Стәрлетамаҡта ғына түгел, республиканың барлыҡ көньяҡ район-ҡалаларында яман шештән үлеү осраҡтары һанын бермә-бер кәметеүгә ярҙам итәсәк.
Башҡортостан Башлығы яңы үҙәктең мөмкинлектәре менән дә танышты. Радий Хәбиров ҡабул итеү, процедура һәм диагностика кабинеттарын ҡараны, шулай уҡ белгестәр менән аралашты. “МедИнвестГрупп” вице-президенты Павел Головин ПЭТ-үҙәкте лицензиялауҙы тамамлауҙары хаҡында һөйләне.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Рәмил МАНСУРОВ,
Гөлкәй ҠЫУАТОВА