

Ирекмәндәр һаңғырауҙар араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ чемпионатына әҙерләнә. Уларға ым-ишара буйынса дәрестәр үткәрелә.
Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте белгестәре республиканың туғыҙ колледжы ирекмәндәренә уҡытыу ойошторҙо. Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе ярҙамында 190 ҡыҙ һәм егет Мәскәүҙә һәм Өфөлә белем ала. Шулай итеп, һәр 34 компетенцияға ым-ишара телен белгән ирекмәндәр ҡуйыласаҡ.
20-22 октябрҙә ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында Һаңғырауҙар араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ чемпионаты үткәрелә.
Фото: Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе.