Социаль мәсьәлә
14 Октябрь 2022, 08:26

Айыҡ тормош юлын һайлағыҙ

Араҡы аҡылға зыян килтерә.

stomgavrilova.bystomgavrilova.by
Фото:stomgavrilova.by

Эскелек – тотош донъяға янаған афәт, кешелек һәм шәхес өсөн берҙәй аяныслы бәлә. Уның күпме кешенең яҙмышын селпәрәмә килтергәнен һөйләп тораһы түгел: миҫалдар эргәбеҙҙә, эскелек проблемаһы төрлө кимәлдә Рәсәйҙәге һәр ғаиләгә ҡағыла тиерлек. Әммә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай: эскелеккә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн берҙәм һәм уртаҡ һүҙле булырға кәрәк. Был йәһәттән дәүләт, республика, йәмәғәтселек кимәлендә төрлө саралар уҙғарыла, эскелеккә дусар булғандарҙы ҡотҡарыу өсөн медицина, иҫкәртеү һәм социаль саралар күрелә. Шул иҫәптән йыл һайын көҙ Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнөн билдәләйҙәр һәм тотош илдә алкоголдең зыянын хәтергә төшөрөүгә йүнәлтелгән саралар, акциялар ойошторалар.

 

Бер быуатлыҡ көрәш

 

Айыҡлыҡ көнө йыл һайын сентябрҙә билдә­ләнә. Уның тарихы иһә 1913 йылдан башлана. Был осорҙа илебеҙҙә алкоголле эсемлектәргә мөнәсәбәт аныҡ ҡына булмаған. Николай II идара иткән осорҙа алкоголле эсемлектәрҙе дәүләт кенә етештерә алған. Рәсәй донъяның иң айыҡ илдәренең береһе булып һаналған – алкоголде үҙаллы етештерергә ярамаған, ә батша кибеттәренән шарап һатып алыу бик ҡатмарлы булған, ләкин ХХ быуат башына илдә һатылған һәм ҡулланылған алкоголь кимәле Рәсәй дәүләте тарихында иң юғары күрһәт­кестәргә еткән. Быға техник прогресс булышлыҡ итеүе билдәле: ул арзан алкоголле эсемлектәр,  башлыса, араҡы етештереүҙе яйға һалырға мөмкинлек биргән. Һөҙөм­тәлә йәшерен етештереүселәр бер нисә тин бирергә әҙер булған барлыҡ теләүселәрҙе эсемлек менән тәьмин итеп, батша указын урап үткән.

Шул уҡ осорҙа Православие сиркәүе башлап ебәргән әүҙем айыҡлыҡ хәрәкәте барлыҡҡа килгән. Айыҡлыҡ йәмғиәттәре ағзалары хәмерһеҙ тормошто пропагандалаған: улар тәрбиәүи әңгәмәләр үткәргән, листовкалар һәм журналдар таратҡан. 1913 йылдан революцияға тиклем йыл һайын уҙғарылып килгән Айыҡлыҡ көнө бын­дай мәғрифәтселек эшенең мөһим һөҙөмтә­ләренең береһе булған. Революциянан һуң Айыҡ­лыҡ көнө сиркәү тарафынан ойошторолоу сәбәпле бөтөрөлә, ә совет власы дәүләт кимә­лендә алкоголгә ҡаршы сәйәсәт алып бара башлай. Рәсәйгә был байрам 2005 йылда әйләнеп ҡайта.

Ғәҙәттә, Айыҡлыҡ көнөндә илдең хәйриә һәм йәмәғәт ойошмалары сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм спиртлы эсемлектәр ҡул­ланыуҙы сикләргә саҡырған саралар уҙғара. Йыш ҡына был – спорт саралары (велоуҙыштар, марафондар, ГТО нормаларын тапшырыу). Мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында алкоголизм проблемаларына арналған асыҡ лекциялар, фекер алышыуҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә, музейҙарҙа тематик күргәҙмәләр ойошторола.

 

Һандар һөйләй

 

Ошо урында статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалырға саҡырабыҙ:

l Рәсәй алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме буйынса донъяла бишенсе урында тора. “Рәсәй – иң күп эскән ил” тигән стереотип раҫланмай: был исемлектә тәүге урындарҙа – Литва, шулай уҡ Европаның башҡа илдәре.

l 41 дәүләттә магазиндарҙа көслө алкоголь һатыу тыйылған. Улар араһында Һиндостан, Исландия, Мысыр һәм Швеция бар.

l Араҡы – донъяла иң киң та­ралған алкоголле эсемлек. Йыл һайын Ер йөҙөндә 5 миллиард литрҙан ашыу араҡы эсәләр! Ә 31 ғинуарҙа араҡының “тыуған көнө” билдәләнә: 1865 йылда, нәҡ ошо көндә Дмитрий Менделеев “Спирт­тың һыу менән ҡатнашыуы тура­һында” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

l Алкоголь мейенең эшмәкәрлеген туҡтата, интеллектҡа кире йоғонто яһай. Иҫерткес эсемлекте даими ҡулланған осраҡта интеллект күрһәткестәре даими рәүештә түбәнәйәсәк.

l Даими эскән кешенең ғүмере ныҡ ҡыҫҡара. Эскән кешеләр башҡаларҙан уртаса 10-15 йылға аҙыраҡ йәшәй.

l Алкоголь көслө күнегеү тыуҙыра. Уны хатта саҡ ҡына, “үлсәп” кенә ҡулланғанда ла, ошо доза ла кешелә иҫерткес эсемлеккә ылығыу хисе тыуҙыра.

l Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 7-8 миллион кеше эскелектән, Рәсәйҙең 700 мең самаһы гражданы иҫерткес эсемлектәргә бәйле сәбәптәрҙән вафат була. Рәсәйҙә ирҙәрҙең 30  һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15 процентының үлеме спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға туранан-тура йәки өлөшләтә бәйле.

l Бауыр циррозынан үлгәндәрҙең – 68, панкреатиттан – 60, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыу­ҙарынан вафат булғандарҙың 23 процентының төп үлем сәбәбе – алкоголле эсемлекте артыҡ ҡулланыу. Ауыр енәйәттәрҙең – 90, юл-транспорт ваҡиғаларының 60 проценты иҫерек килеш яһала.

 

Һәр ваҡыт көнүҙәк

 

Эйе, алкоголизм мәсьәләһе хә­ҙерге йәмғиәттә лә көнүҙәк булып тора. Эскелек күпме кешенең яҙмы­шын селпәрәмә килтереүен, ғаилә­ләрҙе тарҡатыуын, карьераны бо­ҙоуын һәм башҡа ки­ре эҙемтәләрҙе яҙып тормаһаҡ та, яҡшы бе­ләһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта ул кешенең һаулығына ла физик һәм рухи яҡтан иҫ киткес ҙур зыян килтерә.

Ябай ғына әйткәндә, алкоголле эсемлектәр бөтә организмға оҙай­лы һәм тәрән йоғонто яһай. Ни бары 70-75 грамм хәмер ҡулланыу кешегә алдағы тәүлектә баһалап бөткөһөҙ кире тәьҫир яһауы ихтимал. Хатта бәләкәй дозалағы спиртлы шыйыҡсалар ҙа кешенең эшләү һә­ләтен кәметә, концентрацияны юғалтыуға кил­терә. Баш мейеһе күҙәнәктәре өсөн этил спирты айырыуса хәүефле. Белгестәр раҫлауынса, ни бары 100 миллиграмм спирт 8000 самаһы әүҙем мейе күҙәнәген үлтерә.

Алкоголь – кеше организмына бик ныҡ тәьҫир итеүсе, йәшәү тәьминәтенең системаларын емереүсе ағыулы күҙәнәктәр берләшмәһе ул. Әгәр этил спирты организмға даими инеп торһа, бөтә эске ағзаларға ла тиерлек ҡағылған ауырыуҙар барлыҡҡа килә.

Спиртлы эсемлектәрҙе оҙайлы ҡулланыу (кешенең йәшенә ҡарамай) түбәндәге ауырыу­ҙарҙы тыуҙыра: ишемия, хәтерҙе юғалтыу, үҙәк нервы системаһы проблемалары, гипертония, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары, психик сирҙәр, организмдың иммун көсөнөң кәмеүе, ҡанда шә­кәрҙең күпләп тупланыуы, репродуктив система эшмәкәрлегенең тотороҡло кәмеүе, ғүмер оҙай­лылығының һиҙелерлек ҡыҫҡарыуы. Иҫерткес эсемлектәр киләсәк быуынға ла зыян килтерә. Әсә алкоголизм менән ауырығанда алкоголь синдромы балаларҙың 43,5 процентында барлыҡҡа килә, ә ата-әсәнең икеһе лә эскелеккә дусар икән, ошо синдром балала 62 процентҡа тиклем арта.

 

Һыраға еңел ҡарамағыҙ

 

Һыра алкоголизмы тураһында ла күптән билдәле. Тәүге ҡара­маҡҡа, был эсемлек шарап һәм араҡыға ҡарағанда, хәүефһеҙерәк кеүек күренһә лә, эҙемтәләре ҡот осҡос. Бер шешә һыраның 50-60 грамм араҡыға тиң икәнен күптәр белмәй ҙә. Тимәк, дүрт шешә һыра 200-240 грамм араҡыға торошло. Йыш ҡына һыра ҡулланыуҙан кеше организмында “һыра” йәки “үгеҙ” йөрәге үҫешә. Һүҙ йөрәк ҡыуышлығының киңәйеүе, уның стеналарының ҡалынайыуы хаҡында бара. Һыра икенсе затҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы ла кәметә. 15-20 йыл һыра эскән ир-егеттәрҙең енси көсһөҙлөккә дусар булыуы ихтимал. Ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, һыра – наркотик матдәләр ҡулланыуға юл һалыусы беренсе легаль наркотик.

Шул уҡ ваҡытта алкоголь бер кешенең генә проблемаһы түгел, ул ғаиләлә, хеҙмәт коллективында, тотош йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе лә боҙа. Алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланырғамы-юҡмы, бәхетле тормош менән ҡара төҫкә мансылған ғүмер юлын һайларғамы – һәр кемдең үҙ ихтыярында. Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ: алкоголизм – дауалауға бик ауыр бирелгән сир, йышыраҡ ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай тиерлек. Дауалау ҙа медицина учреждениеһы, табип һәм, алкоголизмдан яфаланған кешенең теләге булып, комплекслы саралар үткәргәндә, шулай уҡ туғандары һәм яҡындары ярҙам иткәндә генә һөҙөмтә биреүе ихтимал.

Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар – бөтөнләй эсмәгеҙ, айыҡ тормошто һайлағыҙ.

 

Гүзәл ВИЛДАНОВА, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, философия фәндәре докторы:

– Айыҡ тормош алып барыу – аңы булған һәр кеше өсөн ҡәҙимге ғәмәл. Әммә ниндәйҙер идеологик яңылышлыҡтар сәбәпле, айырыуса совет осоронда, байрам һайын алкоголь ҡулланыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп киткәйне. Халҡыбыҙҙы, йәштәребеҙҙе юғалтыу кимәленә, араҡы упҡынының иң төбөнә төшөп барыуҙы аңғарып ҡалғанлыҡтан, үткән быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында уҡ айыҡлыҡ өсөн көрәш иғлан ителде, һәм ул бөгөн дә дауам итә.

Әммә тәү ҡарашҡа ниндәйҙер кимәлдә ике стандартлыҡ та һиҙелеңкерәй. Дәүләт программалары, социаль проекттар ҡабул ителһә лә, беҙҙең кибеттәребеҙҙән шарап һәм аҡылды, аңды, рухи ҡәлебебеҙҙе бысрата торған башҡа шыйыҡсалар (“эсемлек” тип әйтергә тел бармай) алып ташланылманы, һәм был ҡануни яҡтан да мөмкин түгел. Нилектән былай килеп сыға? Баҡтиһәң, күп кенә араҡы-шарап, тәмәке сығара торған заводтар дәүләт ҡарамағында түгел, ә шәхси ҡулдарҙа икәнлеге асыҡланды. Шуға күрә бөгөн “балаларыбыҙҙы, үҙебеҙҙе эскелек упҡынына илтеү кем өсөн отошло?” тигән һорауҙы биреп ҡараһаҡ, яуабы көн кеүек асыҡ. Ә беҙгә айыҡ, сәләмәт, иманлы киләсәк кәрәк!

Миҙалдың икенсе яғы ла бар: кемдер беҙҙе мәжбүрләп ауыҙыбыҙға араҡы ҡоямы? Юҡ, әлбиттә! Пропаганда эше реклама, телевидение, кинофильмдар аша бара. Үҙен зыялы, рухлы тип һанап та, “мәҙәниәтле” эсәм тип уйлай күптәр. Ә үҫеп килгән быуын, шул зыялыларға, апай-ағайҙарына ҡарап: “Улар аҙ ғына булһа ла шарап эсә икән, тимәк, миңә лә ярай”, — тип һығымта яһай. Ә аҙмы-күпме миҡдарҙа шарап эсергә рөхсәт ителдеме, тимәк, үҫеп килгән быуындың араҡы упҡынына “һуҡмаҡ һалына”, юл асыла. Аңы, аҡылы нығынып өлгөрмәгән йәш кешенең алкоголь упҡынына батмаҫына бер ниндәй ҙә гарантия ҡалмай.

Һығымта: аҡылы, аңы булған, зыялы, мәҙәниәтле кешеләргә өндәшәм: әгәр ҙә мәгәр үҙебеҙҙән һуң рухлы, тәртипле, тәрбиәле быуын ҡалдырабыҙ тиһәк, беҙгә араҡы зәхмәтенән баш тартырға кәрәк. Ислам динебеҙ ҙә аҡылға зыян килтергән һәр ғәмәлде ҡулланыуҙы ҡәтғи тыя.

 

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас