Социаль мәсьәлә
17 Октябрь 2022, 16:45

Был тармаҡ үҫешә

2022 йылда Президент гранттарының федераль фонды аша ярҙам күләме 204 миллион һумдан ашҡан.

Был тармаҡ үҫешәБыл тармаҡ үҫешә
Был тармаҡ үҫешә

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡса күләме 38 процентҡа артҡан һәм 2,2 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

– Коммерцияға ҡарамаған эшҡыуарлыҡ секторы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең һәм төбәк халҡының йәшәү сифатын күтәреүҙең иң һөҙөмтәле механизмдарының береһенә әүерелә, – тине Ленара Иванова.

Йыл башынан Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт, йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт, туризм өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәткән дәүләткә ҡарамаған ойошмалар һәм социаль предприятиелар һаны алты тапҡырға артҡан, ә хеҙмәттәрҙән ҡулланыусылар өс мәртәбәгә күбәйеп, 100 меңдән ашыу кеше тәшкил иткән.

– Бындай үҫешкә республика Хөкүмәте тарафынан дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға – социаль хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәргә ҡарата ярҙам саралары булышлыҡ итә, – тине Ленара Иванова. – Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының гранттары рәүешендә финанс ярҙам күрһәтеү масштабтарын да билдәләмәй булмай. 2022 йылда Президент гранттарының федераль фонды аша ярҙам күләме 204 миллион һумдан ашып китте, ә төбәк Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды аша - 261 миллион һум.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға ярҙам һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тәьмин итеү механизмдарын ғәмәлгә ашырыу буйынса Рәсәй рейтингында икенсе урынды алды, тип өҫтәне министр. Уны Стратегик башланғыстар агентлығы булдырҙы.

Башҡортостан Башлығы социаль хеҙмәттәрҙән ҡулланыу мөмкинлеген арттырыуҙың мөһимлеген билдәләне.

– Социаль эшҡыуарлыҡты яҡшы кимәлгә сығарҙыҡ. Был йәһәттән республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров. – Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттарының адреслы булыуы һәм халыҡтың күпселегенә файҙа килтереүе мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас