

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр мобилизацияланған кешеләрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү саралары тураһында әйтте.
Алдан яҙыуыбыҙса, быйыл, 11 октябрҙә Радий Хәбиров бындай кешеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн федераль льготаларҙан тыш төбәк ярҙамы саралары тураһында ла бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. Эш урындарын һаҡлау, кредиттар буйынса льготалар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙә ташламалар һәм башҡа федераль ярҙам төрҙәренә өҫтәп, республикала өҫтәмә 30 төр ярҙам буласаҡ. Ул башлыса мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙамға ҡағыла.
– Брифингтар үткәрегеҙ, даими рәүештә кешеләргә бар мәғлүмәтте еткерегеҙ. Барыһы ла улар тураһында белеп торорға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Бәйләнештә".