

Табиптар ғәҙәттәге аҡ халаттарын спорт кейеменә алмаштырҙы. Улар “Патриот” паркында үткән ҡаршылыҡтар менән уҙыш буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йыйылма командаһы һәм республиканың бер нисә медицина ойошмаһы, шулай уҡ Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы командаһы биш километр араға ҡаршылыҡтар аша уҙышты.
Бындай ҡатмарлы трассаны табиптарға үтеү ни өсөн кәрәк? Улар бына өсөнсө йыл инде донъяны ялмап алған эпидемияға ҡаршы бергәләп көрәшә, эштә лә, тормошта ла осрап торған ауырлыҡтарҙы күмәкләп еңергә, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, бурыстарҙы үтәргә тырыша.
Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел! Көн һайын аҡ халатлылар, иңгә-иң терәп, республика халҡының һаулығы һағында тора. Ҡатмарлы трасса коллективтың көсөн, берҙәмлеген һынаны, һаулыҡ һаҡлауҙа ғына түгел, спортта ла ҡуйылған бурыстарҙы үтәү мөһим.
Командалар ябай булмаған 25 ҡаршылыҡты үтте. Бөтәһе лә бер-береһе менән хәбәрләшеп, ярҙам ҡулы һуҙып, иптәштәренең күңеленә дәрт өҫтәргә тырышты. Бына ул иң һуңғы ҡаршылыҡ – ләм бассейнынан һуң тау буйлап күтәрелеү, биш метр бейеклектән ырғыу... һәм еңеү финишы! Үҙ көсөңә ышаныуҙан, берҙәмлек һәм еңеү тойғоһонан һәр кемдә шатлыҡ хистәре ҡайнай. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы командаһы лидеры, дауахананың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов, “Геройҙар уҙышы” тамамланғандан һуң, трассала һәр кемдең – ир-аттың да, ҡатын-ҡыҙҙың да йүгереүен, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүен билдәләне. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, ҡатмарлы уҙыш дауахана командаһының ни тиклем тупланған, ярҙамсыл, тотороҡло булыуын күрһәтте.
– Беҙҙең ҡулдан барыһы ла килә – оҙаҡламай башланасаҡ “Росздравнадзор” сертификацияһы ла, Рәсәй Хөкүмәте Премияһы ла, башҡа ҡатмарлы бурыстар ҙа беҙҙең өсөн ят түгел. Бындай берҙәмлек менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ, – тип белдерҙе Азат Мөхәмәтйәнов.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА