Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 16:00

Белмәй, ҡарамай ҡалмағыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ниндәй ярҙам саралары тейеш? 

Белмәй, ҡарамай ҡалмағыҙ!Белмәй, ҡарамай ҡалмағыҙ!
Белмәй, ҡарамай ҡалмағыҙ!

Башҡортостан юлдаш телеканалында 24 октябрҙә 19.00 сәғәттә башланасаҡ махсус брифингта Башҡортостан Республикаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булдырылған ярҙам саралары тураһында һөйләйәсәктәр.

Балаларына мәктәптә бушлай туҡланыу, лагерҙарҙа ял, “Һөт кухняһы” ризыҡтары – барлығы 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы.

Ташламалар кемдәргә тейеш? Тулы исемлек менән ҡайҙа танышырға? Ниндәй документтар кәрәк? Ҡайҙа, нисек мөрәжәғәт итергә?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телеканалында үтәсәк тура эфирҙа белгестәр яуап бирәсәк. Тура эфир социаль селтәрҙәрҙә  (https://vk.com/wall-27097047_309775), Башҡортостан Хөкүмәте сайтында (https://vk.com/bashkortostan_gov) һәм Республикаға идара итеү үҙәгендә дә (https://vk.com/video-201146046_456241928) бара.

Ҡарамай ҡалмағыҙ!

Фото: haibvestnik.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас