Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 03:44

Бер осраҡта ла юғалып ҡалмай

Зәлифә Ғатауллинаның ғаилә архивынан.Зәлифә Ғатауллинаның ғаилә архивынан.
Фото:Зәлифә Ғатауллинаның ғаилә архивынан.

Ҡыйыу ҡатынға әллә күпме тапҡыр юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға, төтөн менән ағыуланғандарға һәм бихисап ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән.

Зәлифә Ғатауллина Златоуст медицина училищеһын тамамлаған, йыл да белемен камиллаштырырға ынтылған. Хеҙмәт стажы – 38 йыл. Тормош девизы: “Төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, мохтаж­дарға ярҙам ҡулы һуҙырға”.

Фельдшер көн дә Мәсәк ауылынан Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан поликли­никаға йөрөп эшләй. Ҡыйыу ҡатынға юл-транспорт фажи­ғәһенә тарығандарға, төтөн менән ағыуланғандарға һәм бихисап ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә бик күп тапҡыр медицина ярҙамы күрһәткән.

Ире Илдар менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Зөбәржәт үҙе күптән әсәй инде. Ире Рәил менән Артем һәм Әҙилә исемле балалар үҫтерәләр.

Улдары Илмир, быйыл Һатҡы медицина училищеһын тамамлап, фельдшер булмаҡ­сы. Кеселәре Тимур – Златоуст ҡалаһында янғын һүн­дереүсе.

Һәр һөнәр эйәһенә генә хас айырым сифаттар була. Фельд­шерҙарға иһә ауыр тормош хәлдәрендә юғалып ҡалмау, үҙеңде тиҙ ҡулға алыу, ашығыс рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек һыҙат­тар хас. Зәлифә Ғатауллина ла – тап шундайҙарҙан.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас