Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 03:43

Был аҡса кемдәргә бирелә?

“Ата-әсәлек даны” ордены йәки миҙалы менән бүләкләнгәндәргә лә аҡсалата премия тапшырыласаҡ.

megapolisonline.rumegapolisonline.ru
Фото:megapolisonline.ru

Рәсәй Хөкүмәте “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булғандарға бер тапҡыр бирелгән түләм өсөн 30,7 миллион һум аҡса бүлде. Премьер-министр Михаил Мишустин ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

“Ата-әсәлек даны” ордены йәки миҙалы менән бүләкләнгәндәргә лә аҡсалата премия тапшырыласаҡ.

Был түләүҙәр өсөн аҡса быйыл Хөкүмәттең резерв фондынан бүле­нәсәк. 2023 – 2025 йылдарҙа мотлаҡ кәрәк ошондай түләмдәр өсөн финанс сығымы Хөкү­мәт раҫлаған федераль проект бюджетына һалын­ған.

Белеүебеҙсә, Рәсәйҙә “Герой-әсә” исеме  тура­һын­дағы Указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуй­ғайны. Уның шарттарына яраш­лы, 10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡа­тындар 1 миллион һум күлә­мендә бер тапҡыр түләнә торған аҡса менән бүләкләнәсәк.

Бынан тыш, “Ата-әсәлек даны” миҙалы менән наград­лан­ғанда ата-әсәнең береһенә йәки уллыҡҡа алғандарҙың береһенә 200 мең һум күләмендә аҡса бирелә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас