Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 13:30

Бында еңелеүселәр юҡ

II “DeafSkills” милли чемпионатында ҡатнашыусылар 34 компетенцияла көс һынашты.

Бында еңелеүселәр юҡБында еңелеүселәр юҡ
Бында еңелеүселәр юҡ

Быйыл был сарала 34 компетенция буйынса ярыштар ойошторолһа, былтыр Ҡазанда үткәрелгәнендә 22 ине. Рәсәйҙең 45 төбәгенән, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан 350-нән ашыу вәкил ҡатнашты.  

- Миңә ҡунаҡсыл төбәгегеҙ оҡшай, һеҙҙә йыш булам. Башҡортостан матурлығы менән генә дан тотмай, бында инвалид булғандарҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур иғтибар бирелеүен күрәбеҙ, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте етәксеһе Станислав Иванов. – Ишетеү буйынса инвалидтар дөйөм халыҡтың биш процентын тәшкил итә. Уларҙың барыһы ла ярҙамға, белем алыуға һәм эшкә урынлаштырыуға мохтаж. Тап “DeafSkills” майҙансыҡтарында ишетеү һәләте боҙолған йәштәр үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтә ала. Беҙ тотош илгә һаңғырауҙарҙың бар ғәмәлдәрҙе булдыра алыуын күрһәтергә тейешбеҙ. Бында еңелеүселәр юҡ, чемпионатта ҡатнашыусылар – еңеүселәр.

Һөнәри оҫталыҡ ярыштары “ВДНХ-Экспо” майҙансыҡтарында һәм Өфөләге һигеҙ колледжда көн буйы барасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын 150-нән ашыу эксперт баһаланы.

Сарала ҡатнашыусыларға төрлө заданиелар бирелде. Мәҫәлән, “ландшафт дизайны” компетенцияһында ҡатнашыусыға төҙөлөш кирбестәрен, плитәләрҙе һәм башҡаларҙы файҙаланып сәскәләр урыны әҙерләү ҡушылды. “Визаж һәм стилистика” компетенцияһында ҡатнашыусылар киске макияж яһаны.

Республикабыҙ исеменән ярыштарҙа 25 ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Улар лаборатория һәм медицина анализы, адаптив физкультура, тырнаҡ сервисы, плитә менән йөҙләү, туризм, һатыусы, персонаждар дизайны, теш технигы, мода технологияһы, массаж һәм художестволы семәрләү компетенциялары буйынса көс һынашты.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас