

20-22 октябрҙә ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты үткәрелә.
Рәсәйҙең 45-тән ашыу төбәгенән 350-нән күберәк ҡатнашыусы килде. Улар 34 компетенция буйынса ярыша. Өфө урман хужалығы техникумына ҡараған лимонарийҙа һигеҙ кеше ландшафт дизайны буйынса үҙҙәрен һынап ҡарай. Улар – Ҡазан (ике), Омск, Һамар (өс), Абакан ҡалаларынан. Шулай итеп, барлығы һигеҙ кеше үҙ оҫталығын күрһәтә.
Ярыштарҙы асыу сараһында республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Өфө урман хужалығы директоры Азат Абдуллин, Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова һәм башҡалар ҡатнашты.
Һамар ҡалаһынан ым-ишара менән тәржемә итеүсе Александра Воропаева Илья Гороховский, Илья Касимов, София Погребняк менән чемпионатҡа килгән. “Улар – Н.Д. Кузнецов исемендәге Һамар технологик колледжы студенттары. Тырыштар, уңғандар. Уңыш йылмайыр тип ышанам”, - тине ул.
Абакандан килгән Михаил Лидер ярыштарға старт бирелгәс үк үҙенең оҫталығын, етеҙлеген күрһәтте һәм башҡаларҙан бер аҙ алға сыҡты, ҡалғандар уға эйәрҙе. Уларҙың барыһына ла уңыш йылмайыр тип ышанабыҙ, сөнки бына ошондай чемпионаттарҙа ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәрен күрһәтеп ҡала. Был иһә уларға киләсәктә күңелең ятҡан һөнәрҙәренә эйә булырға, тормошта үҙ юлдарын табырға мөмкинлек бирә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.