

Башҡортостанда, Милли иҫкәртеү прививкалары календарына ярашлы, халыҡҡа вакцина яһау дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балалар (алты айлыҡтан алып), уҡыусылар, студенттар, айырым һөнәр һәм вазифа буйынса эшләгән, мәҫәлән, медицина һәм мәғариф, транспорт, коммуналь өлкә ойошмаларындағылар вакцинацияланырға тейеш. Бынан тыш, йөклө ҡатындарға, 60 йәштән өлкәндәргә, хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешлеләргә, шулай уҡ хроник сирлеләргә прививка яһатырға кәңәш ителә.
Башҡортостанға барлығы 789700 доза препарат килтерелгән. Улар “Ультрикс Квадри” һәм “Совигрипп” сауҙа маркалары буйынса эшләнгән.“Киҙеүгә ҡаршы прививкалар – грипп вирусы инфекцияһына, шулай уҡ төрлө эҙемтәләргә ҡаршы һөҙөмтәле иҫкәртеү ысулы”, – ти белгестәр.
Айһылыу НИЗАМОВА