Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 14:15

“Үҙебеҙҙең белгестәрҙе үҫтерәсәкбеҙ”

"Ландшафт дизайны мәсьәләһе хәҙер көнүҙәк", - тине урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.

“Үҙебеҙҙең белгестәрҙе үҫтерәсәкбеҙ”“Үҙебеҙҙең белгестәрҙе үҫтерәсәкбеҙ”
“Үҙебеҙҙең белгестәрҙе үҫтерәсәкбеҙ”

20-22 октябрҙә ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты үткәрелә, тип хәбәр иткәйнек.

Өфө урман хужалығына ҡараған лимонарийҙа дизайн ланшафты буйынса ярыштар ваҡытында республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин баш ҡалабыҙҙа барған чемпионаттың ландшафт дизайны компетенцияһына бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Ландшафт дизайны мәсьәләһе хәҙер көнүҙәк. Бөгөнгө сарала ҡатнашҡан эксперттар менән дә ошо хаҡта һөйләшкәйнек. Элек беҙгә Европанан күп кенә үҫентеләр, ландшафт дизайны өсөн кәрәк-яраҡ килтерелә ине, шуға ошондай сараларҙы үткәреү һөҙөмтәһендә был тармаҡты, белгестәрҙе үҫтерербеҙ, ошо тәңгәлдәге проблемаларҙы йырып сығырбыҙ тип иҫәпләйем, - тип белдерҙе Илгиз Лирман улы.

Өфөләге “Гольфстрим-Био” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Михаил Суханов та үҙенең был сараларҙа ҡатнашыусыларҙың оҫталыҡ кимәлен баһалауы, иғтибар менән ҡарауы хаҡында әйтте.

- Бындай чемпионаттарҙа ҡатнашыу – киләсәктә үҙеңә эш табыу, оҫталығың менән уртаҡлашыу, башҡаларҙың тәжрибәһен күреү тигән һүҙ ул, - тине Михаил Васильевич.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин; “Гольфстрим-Био” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Михаил Суханов.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Үҙебеҙҙең белгестәрҙе үҫтерәсәкбеҙ”
“Үҙебеҙҙең белгестәрҙе үҫтерәсәкбеҙ”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас