

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Анатолий Домников Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән осрашты.
Етәкселәр төрлө мөһим мәсьәләләр – медицина хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр системаһын яҡшыртыу, кәңәшсе-тәрбиәселек һәм табиптарҙың эштә янып-талсығыу мәсьәләләрен иҫкәртеү буйынса партнерлыҡ, мобилизацияланған медицина хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса профсоюздың һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының үҙ-ара эш итеүе хаҡында фекер алышты.
– Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкән табиптарға түләүҙәр тәртибе үҙгәргәндән һуң уларҙы яҡлау мәсьәләһе күтәрелде, – тине Анатолий Домников. – Октябрҙән федераль медицина хеҙмәткәрҙәренең окладтары индексацияланды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәргә компенсацион һәм дәртләндереү түләүҙәрен биреү, ә оклад өлөшөн 55-60 процентҡа тиклем күтәреү буйынса тәҡдимдәрен ебәрҙе. Оҙаҡламай Башҡортостанға ошо мәсьәләләрҙең үтәлешен тикшереү өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Профсоюздың үҙәк комитеты белгестәре киләсәк.
Профсоюз мәғлүмәттәре буйынса, медицина хеҙмәткәрҙәренең ни бары 30 проценты ғына бер ставкаға эшләй, ә тағы 30 проценты ике һәм унан да күберәк ставканы алып бара.
– Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы был проблеманы хәл итеү өҫтөндә даими эшләй, – тип белдерҙе Рауль Хәлфин. – Хеҙмәт хаҡын арттырыу һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, мәҙәни һәм спорт сараларын ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эштә янып-талсығыуҙы иҫкәртеү саралары буйынса эшләнмәләре бар. Минең диссертациям да тап ошо темаға арналған, – тине Айрат Рәхмәтуллин. – Беҙҙең өсөн кадрҙар сәйәсәте беренсе урында тора, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү мөһим бурыс булып ҡала.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.